Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Ноябрь 2019, 14:08

Европаға - велосипедта

Сәйәхәт итеүсе Антон Сазонов Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Ул биш ай дауамында көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Европаны велосипедта үткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Дети мира” тип аталған эскпедиция 12 июндә Өфө ҡалаһында старт алғайны һәм ул 28 октябрҙә Лиссабон ҡалаһында тамамланды. 6800 км оҙонлоҡтағы маршрут 11 ил, Альп һәм Пиренея аша 134 көн эсендә бары тик велосипедта үтелгән.

Һамар ҡалаһына тиклем сәйәхәт итеүсе яҡташыбыҙҙы Өфөнөң велоспорт һөйөүселәр һәм журналистар оҙата барған һәм артабан ул яңғыҙы ғына сит тарафтарға юлланған. Бәхеткә күрә, юлда күңелһеҙ ваҡиғалар булмаған, уны һәр ерҙә дуҫтарса ҡаршылағандар: Украинала ла, Европа илдәрендә лә. Антонға сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ айырыуса йылы мөнәсәбәттә булған.

Сәйәхәт итеүсе үҙе менән Өфө, Һамар, Һарытау, Ижевск, Энгельс, Тольятти, Туймазы, Стәрлетамаҡ уҡыусылары яҙған 29 мәктәптән 509 хат алған булған. Был хаттар Венгрия, Швейцария, Австрия, Франция, Испания, Португалия уҡыусыларына тапшырылған.

22 октябрҙә, сәйәхәт итеүсе ир-егет Лиссабон ҡалаһына барып етә, унда ул рус уҡыу үҙәге “Матрешка”ла мәктәп уҡыусылары менән осраша. Бында шәмбе көндә балалар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙән тыш, рус телен өйрәнә, үҙ-ара аралаша.

Тыуған яғына ҡайтҡан Антон Сазонов Европа уҡыусыларына хат ебәргән барлыҡ мәктәптәрҙә лә булырға ниәтләй һәм 14 ноябрҙә пресс-конференция ойошторасаҡ.

Башинформ.
Читайте нас: