Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Ғинуар 2020, 18:10

Ҡышҡы спорт төрҙәре

Рәсәйҙең географик урынлашыуына килгәндә, илебеҙҙең күп кенә төбәгендә ҡалын ҡар ҡатламы ята, шуға ла ҡышҡыһын саңғыла йөрөү һәр кем кемдең яратҡан шөғөлө тиергә була.

Кемдәрҙер был спорт төрө менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнһә, икенселәр саңғыға яңы баҫыуға ҡарамаҫтан, унан бары тик кинәнес ала. Ә бала саҡта кем генә тауҙан елдәй елдереп, санала шыумаған икән?! Үҫә килә, был бала саҡ уйыны етдигә әүерелеп, санала шыуыу йәки бобслей менән мауығып китеүселәр ҙә юҡ түгел.
Ҡышҡы спорт төрҙәренән беҙҙең илдә шулай уҡ хоккей үҫешкән. Көйәрмәндәр мөкиббән китеп телевизорҙан “Салауат Юлаев” командаһы өсөн йән атһа, ҡыш миҙгелендә хоккей яратыусылар боҙ майҙансығында үҙ-ара көс һынаша. Әлбиттә, был спорт төрө ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек тә талап итә: конькиҙа йөрөй белеү генә аҙ, етеҙлек һәм оҫталыҡ та кәрәк. Районыбыҙҙа Бишбүләк, Айыт, Михайловка ауылының боҙ майҙансыҡтарында әленән-әле төрлө командалар араһында хоккей турнирҙары ойошторола.
Һуңғы йылдарҙа скандинав йәйәү йөрөү алымы менән мауығыусылар күбәйеп китте. Бер нисә йыл элек ҡулдарына саңғы таяғы тотоп, саңғыһыҙ йөрөүселәрҙе күреп ғәжәпләнә инек, хәҙер иһә был спорт төрө популярға әйләнде: ҡалала ғына түгел, ауыл һуҡмаҡтарында ла скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр бихисап.
Рәсәйҙә күптән түгел популярлыҡ яулаған тағы бер сорт төрө - сноуборд. Ғәҙәттә йәштәр был спорт төрөнә өҫтөнлөк бирә. Аҙнай ауылында ла үҙҙәрен ышаныслы тойоп, сноубордта оҫта шыуыусылар бар.
Быныһы инде ысынлап та физик әҙерлек кенә түгел, ә ҡурҡыуҙы еңер өсөн психологик әҙерлек тә талап итә. Сноубордта һөҙәк тауҙан шыуғанда тиҙлек тә бик юғары була, шунлыҡтан имгәнеүҙән һаҡланыу өсөн башҡа шлем кейергә тура килә.
Тышта һулап туйғыһыҙ саф һауа. Ғинуар айы сатлама һыуыҡтары менән хәтерҙә ҡалһа ла, көндәр әлегә йылы тора. Күктән өйөрөлөп-өйөрөлөп төшкән ап-аҡ ҡарҙар күңелдәргә лә һиллек өҫтәй кеүек. Ошондай мәлдә саф һауала йөрөүгә ни етә?!
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.
Читайте нас: