Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
27 Ғинуар 2020, 02:25

Ирәмәлгә нисек артылырбыҙ?

“Ирәмәл тауына артылыу өсөн Учалы һәм Белорет яҡтарынан юл төҙөләсәк”, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсәнов ведомство-ара кәңәшмәлә.

Әле был эште закон талаптарына ярашлы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡарала.

“Мәҫәлән, Ирәмәлгә Учалы яғынан артылыу Урал-тау заказнигы аша үтә, шуға күрә унда бөтә төр транспорт саралары хәрәкәте тыйылған. Тәбиғәт парктары, заказниктар тураһындағы положениеға закон сиктәрендә үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

Силәбе өлкәһе яғынан Төлөк аша артылыу ете километр тәшкил итә, ә Учалы яғынан насар юлдарҙан 20-30 саҡрым үтер кәрәк. Физик яҡтан ныҡ кешеләр генә бындай маршрутты күтәрә ала. Юлдың оҙайлы, ауыр булыуы туристарҙы визуаль контролгә алыуҙы ла ҡатмарлаштыра, хәүеф менән янай.

Яҡшы юлдар төҙөлһә, туризм үҫешәсәк, кешеләрҙең хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк, был эшкә бизнесты ла йәлеп итеп буласаҡ", - тип белдерҙе етәксе.

Юл төҙөү мәсьәләһен тейешле ведомстволар вәкилдәренән төҙөлгән эш төркөмө ҡараясаҡ.

Digital Ҡоролтайҙың дүртенсе конференцияһында ла Ирәмәл мәсьәләһе ҡаралды. Форумда тауға илткән һуҡмаҡтарҙы маркировкалау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

“Был сетерекле тема. Быйыл ирекмәндәр төркөмө ойоштороп, кешеләр йөрөһөн өсөн, ошо эште башлар кәрәк. Иң тәүҙә һуҡмаҡ, унан һуң ғына юлдар һалына, аҙаҡ бизнес та барлыҡҡа килер”, - тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.

bash.rbsmi.ru/

Читайте нас: