Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Февраль 2020, 14:58

Барыһын да «Рәсәй саңғы юлдары» саҡырҙы

Саңғы фестивале ил буйынса 38-се тапҡыр уҙҙы

Уҙған ял көндәре сәләмәт йәшәү рәүеше һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусыларға район үҙәгендә балалар hәм өлкәндәр командалары араһында Илдар Ғимаев иҫтәлегенә бағышланған традицион хоккей ярыштары hәм, әлбиттә инде, иң көтөп алынған һәм йыл һайын үткәрелә торған «Рәсәй саңғы юлдары-2020» дөйөм саңғы байрамы уҙғарыу бик оҙаҡ иҫтә ҡаласаҡ.
Был саңғы фестивале илдә 38-се тапҡыр үткәрелде. Беҙҙең район да спорт форумынан ситтә ҡалманы. Елле hәм һалҡын hауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, билдәләнгән ваҡытҡа «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында автобус hәм еңел автомобилдәр, төрлө йәштәге спортсылар — алты йәштән алып 75 йәшкә тиклемге саңғысылар күп ине. Бында өс йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Район үҙәгендәге 14 ойошма, 12 ауыл биләмәһе hәм райондың барлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәптәре вәкилдәре ҡатнашты. Күп кенә ойошмалар саңғысылары РФ hәм БР байраҡтары, ҙур транспаранттар менән бер үк төрлө формала ине. Судьялар бригадаһына бирелгән ғаризаларҙан күренеүенсә, Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбенән генә 42 ҡатнашыусы, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән 28 саңғысы, Бишбүләк үҙәк район дауаханаһынан 20 кеше килгәйне. Ярышта ҡатнашыу өсөн саңғылары менән район үҙәгендәге балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә килгәйне: «Умка» — 28 , «Йылмайыу» — 23 hәм «Торнаҡай» — 20 кеше. Әсәһе менән килгән Балалар ижад үҙәгендә әҙерлек төркөмөнә йөрөүсе йәш саңғысы Аделина Ноғомановаға (рәсемдә) алты йәш. Район спорт сараларында даими ҡатнашыусы Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһенән Зөфәр Фәхрисламов күптән 70 йәште үткән. Ойоштороусылар һәр ҡатнашыусыға «Рәсәй саңғы юлы» логотибы төшөрөлгән фирма күкрәк номерҙары, шулай уҡ приздар уйнатыу өсөн лотерея билеттары таратты. Ярышта ҡатнашыусылар өсөн «Мир вкуса» кафеһы хеҙмәткәрҙәре ҡамыр ризыҡтары менән ҡайнар сәй әҙерләгәйне. Ә байрамға балалар менән килгән көйәрмәндәр өсөн алты уйын майҙансығы эшләне, уларҙы Балалар ижад үҙәге, Бишбүләк районындағы «Ғаилә» үҙәге hәм Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Бына теҙелеүгә команда яңғырай. Алып барыусылар дәрәжәле ҡунаҡтарҙы тәҡдим итә. Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне hәм барыһына ла еңеү теләне. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Бишбүләк районында беренсе тапҡыр булып, тыуған төйәгебеҙҙең матурлығына ла, ҡунаҡсыллығына ла, спорт дөйөм эшенең бик яҡшы ҡуйылыуына ла таң ҡалды. Республика наркотикка ҡаршы штабы координаторы Александр Собчатый барыһын да тәмәке тартыуға hәм наркотиктарға hәр ваҡыт «Юҡ!» тип әйтергә hәм спорт, физик культура менән шөғөлләнергә кәрәк, тине. Ярыштарҙың баш судьяһы, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, спорт hәм туризм комитеты рәйесе Александр Семенов айырым старттарҙың hәм дистанцияларҙың йәш категориялары буйынса маршруттарҙың эҙмә-эҙлеклеген билдәләне. 9 — 11 йәшлек саңғысылар араһында «Рәсәй саңғы юлдары-2020» спорт фестивалендә Владислав Семенов (Кесе Сиҙәк ауылы) hәм Влада Захарова (Баҙлыҡ ауылы) еңеүсе булды. 12 — 14 йәшлектәр араһында — Марсель Персиянов (Ҡушйылға ауылы) hәм Валерия Васильева (Баҙлыҡ ауылы). 15 — 17 йәшлек саңғысылар араһында Олег Степанов (Баҙлыҡ ауылы) hәм Елена Петрова (Ҡушйылға ауылы) бар. 30 йәшкә тиклемге категорияла Данил Кирилловҡа (Баҙлыҡ ауылы) hәм Анастасия Даниловаға (Бишбүләк ауылы 2-се урта мәктәбе) тиңдәр табылманы. 40 йәшкә тиклемгеләр араһында Светлана Миңлеғолова (Михайловка ауылы) hәм Айнур Сәлихов (Бишбүләк ауылы «Умка» балалар баҡсаһы) айырылып торҙо. 50 йәшкә тиклемгеләр араһында Владимир Исаев (Ҡушйылға ауылы) hәм Олеся Кудряшова (Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәп). 60 йәшкә тиклемгеләр араһында Олег Тихонов (Ҡушйылға ауылы) hәм Людмила Романова (Кесе Сиҙәк ауылы). 70 йәшлектар араһында Виталий Афанасьев (Баҙлыҡ ауылы) hәм Сәриә Ғиззиева (Биҡҡол ауылы). 70 йәштән өлкәнерәк саңғысылар — Миҙхәт Мөлөкөв hәм Зәфәр Фәхрисламов ҡатнашты. Бына тигән спорт формаһы кейгән хаҡлы ялдағылар финиш һыҙығын бер үк ваҡытта уҙҙы, шулай итеп, саңғысыларға өлгө күрһәтте. «Рәсәй саңғы юлдары-2020»нең барлыҡ призерҙарына лотерея билеттары уйнатылғандан һуң, маҡтау грамоталары, миҙалдар тапшырылды, ә еңеүселәргә «Рәсәй саңғы юлдары» логотибы менән фирма шапкалары бүләк иттелeр.
Владимир Смолов.
Автор фотолары.
Читайте нас: