Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
27 Февраль 2020, 19:10

Ир-егеттәр спортта ла һынатмай

Район yҙәгендeге «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ауыл биләмәләре hәм ойомаларының 18 командаһы араһында ҙур спорт фестивале булып уҙҙы.

Уға барыһы ла ныҡлап әҙерләнгәндәр: тренировкаларҙа командалар яҡшы һын hәм физик форма ғына тyгел, алдан уҡ спорт атрибутикаһы, яҡшы оригиналь яңғырашлы команда исеме лә әҙерләгәндәр. Дөйөм төҙөлөшкә команда яңғырай. Тантаналы рәүештә Ысын ир-егеттәр байрамы Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан район спорт фестивалендә «Марсель Кашапов» командаһы еңеү яуланы. РФ hәм БР гимндары яңғырағандан һуң, ир-аттар спорт фестивалендә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Артур Зарипов йылы ҡотланы. Ярыштарҙың баш судьяһы, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, спорт hәм туризм комитеты рәйесе Александр Семенов ярыштар программаһы hәм судьялар бригадаһы менән таныштырҙы. Командаларға алты төрҙә һынауҙар уҙырға тура килде: тупты кәрзингә ырғытыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, алға ауышыу, ваҡытҡа кәүҙәне күтәреү, йөҙөү hәм олимпия системаһы буйынса арҡан тартыу (ике оттороу hәм уйындан сығыу). Балдар суммаһы буйынса еңеүселәр билдәләнде. (Шуны әйтке килә: артабан да Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уҙғарылыусы ир-аттар ярыштары өсөн йәш, көслө һөм энергиялы ҡатнашыусыларға пневматик винтовканан атыу, автомат һүтеп-йыйыу, турникта күтәрелеү, иҙәндән кyтәрелеү, гер күтәреү кеүек ир-ат спорт төрҙәрен тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр ине). Судьялар бригадаһы йомғаҡ яһаны hәм призерҙарҙы грамоталар hәм иҫтeлекле бүләктәр менән бүләкләне. Татыу сығыш яһағандан һуң, көтөлгәнсә, Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһенең матур кейемдәге берҙәм «Марсель Кашапов» командаһына хаҡлы рәүештә беренсе урын бирелде. Икенсе урынды Дим ауыл Советы ауыл биләмәһенән «Демичи» командаһы яуланы. Өсөнсө урында район хакимиәте командаһы булды.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: