Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Март 2020, 13:12

Спорт объекттары төҙөләсәк

Өфөлә 8 Март, Әй, Революцион, Минһажев урамдары менән киҫешкән кварталды планлаштырыу проекты ижтимағи фекер алышыуға сығарыла.

Проект бер нисә шәхси йортто, дөйөм майҙаны 600 кв. м булған 14 таш бинаны, тимер гараждарҙы һәм иҫкергән инфраструктура объекттарын һүтеүҙе күҙ уңында тота. Бушаған урында студенттар ҡаласығы өсөн спорт үҙәге, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты дөйөм ятағы өсөн, спорт корпусы төҙөү планлаштырыла. Кварталда урынлашҡан 44-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылар өсөн яңы форматлы спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Микрорайонда йәшәүселәр өсөн скверҙы төҙөкләндереү, 88 автомобилгә иҫәпләнгән ике ер аҫты гаражы һәм 36 машина урынына иҫәпләнгән автомобиль туҡталышы төҙөү ҡарала.
Проект нигеҙендә, кварталды реконструкциялауҙың тәү сиратта 44-се мәктәп мәйҙансығын киңәйтеү һәм уның спорт корпустарын яңыртыу күҙ уңында тотола, ә проектлаштырылған башка спорт үҙәктәре икенсе сиратта төҙөләсәк.
Был саралар Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Тораҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә башҡарыла.
Башинформ
Читайте нас: