Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
26 Ноябрь 2020, 04:10

Өфөнөң әҙерлеген тикшерҙеләр

Баш ҡалабыҙға Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы вице-президенты Михаил Подлозный етәкселегендәге комиссия килде.

“Волейбол-2022 ойоштороу комитеты” вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың ике йылдан волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүгә әҙерлеген тикшерҙе. “Динамо” спорт комплексын һәм “Өфө-Арена”ны, ҡала инфраструктураһын һәм спортҡа ҡарамаған объекттарҙы – отелдәрҙе, аэропортты ҡараныҡ, – тип хәбәр итте республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. – Әҙерлек бара, тағы эшләйһе бар әле. Барлыҡ күрһәтмәләр 2021 йылдың авгусына тиклем бөтөрөләсәк. Беҙҙең маҡсат - 200 процентҡа әҙер булыу!”.
Быға тиклем “Волейбол-2022” чемпионатын Өфөлә үткәреү ваҡыты буйынса шик юҡ, тип белдерелгәйне, ә Волейбол милләттәр лигаһының Рәсәй этабы 2020 йылдан 2021 йылға күсерелгәйне. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, күптән түгел ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин төбәктәргә спорт ҡоролмаларын төҙөү өсөн 173,4 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр иткәйне. Тимәк, Рәсәйҙә тағы яңы спорт объекттары барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас: