

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә WorldSkills милли чемпионатын уҙғарыуға әҙерләнеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республика хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров сараға әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетының рәйесе итеп тәғәйенләнде. Дирекцияға «Йәш профессионалдар» (WorldSkills) милли чемпионатына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
2021 йылда WorldSkills Russia «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалында Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1800 конкурсант 105 компетенцияла ҡатнашасаҡ.