Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Ғинуар 2022, 10:51

«Ағиҙел» хоккей клубы уйынсылары Олимпиадала ҡатнаша

«Ағиҙел»дең туғыҙ хоккейсыһы Пекинда сығыш яһау өсөн Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһындағы урынға дәғүә итте

«Ағиҙел» хоккей клубы уйынсылары Олимпиадала ҡатнаша
«Ағиҙел» хоккей клубы уйынсылары Олимпиадала ҡатнаша

Илдең Хоккей федерацияһы 23 уйынсынан торған исемлекте баҫтырып сығарҙы. Уға Өфө командаһы ҡапҡасыһы Мария Сорокина, һаҡсылар Анна Шибанова һәм Мария Печникова, һөжүмселәр Вероника Коржакова, Илона Маркова, Ольга Сосина инде. Форвард Полина Лучникова резервта иҫәпләнә.

Олимпия уйындарының ҡатын-ҡыҙҙар турниры 3-17 февралдә ойошторола. Турнир алдынан рәсәйҙәр ике контроль матч уҙғара. 29 ғинуарҙа – Чехия, ә 31 ғинуарҙа Ҡытай командаһына ҡаршы. Төркөм этабында рәсәйҙәр Швейцария, Финляндия, Канада һәм АҠШ командаларына ҡаршы уйнай.

Төркөм этабында Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар милли йыйылма командаһы уйындары расписаниеһы:

4 февраль, 09:10* (Өфө ваҡыты) Рәсәй – Швейцария

5 февраль, 18:10 Америка – Рәсәй

7 февраль, 09:10 Канада – Рәсәй

8 февраль, 18:10 Рәсәй – Финляндия.

Сирек финал уйындары – 11 һәм 12 февралдә, ярымфинал уйындары 14 февралдә була. Өсөнсө урын өсөн матч – 16 февралдә, финал – 17 февралдә.

https://www.bashinform.ru

 

«Ағиҙел» хоккей клубы уйынсылары Олимпиадала ҡатнаша
«Ағиҙел» хоккей клубы уйынсылары Олимпиадала ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: