Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
11 Февраль 2022, 16:43

Радий Хәбиров тура эфирҙа Башҡортостан олимпиясылары менән аралашты

« 20 февраль килеп етер, ҡайтырһығыҙ, барығыҙҙы ла ҡотларбыҙ, һеҙ ундағы хәдәрҙе һөйләрһегеҙ. Әлегә дәртләндереү һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров тура эфирҙа Башҡортостан олимпиясылары менән аралашты
Радий Хәбиров тура эфирҙа Башҡортостан олимпиясылары менән аралашты

«Беҙ түҙмәнек, һеҙҙе дәртләндереү өсөн бер-ике минут ваҡытығыҙҙы алырға булдыҡ», — тип башланы һүҙен Радий Хәбиров Биатлонсылар союзы президенты Виктор Майгуров һәм Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов менән тура бәйләнештә.

Республикала бөгөн байрамса, олимпия атлеттарын дәртләндереү мөхите, тип билдәләне республика Башлығы.

« 20 февраль килеп етер, ҡайтырһығыҙ, барығыҙҙы ла ҡотларбыҙ, һеҙ ундағы хәдәрҙе һөйләрһегеҙ. Әлегә дәртләндереү һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Латиповтың тренеры Виктор Никитин һүҙҙәренсә, Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүселәре экрандан яҡташының уңыштарын күҙәтеп бара.

«Спартакиадаға әҙерләнгән йәштәребеҙ, Эдик кеүек үк, Белореттағы шул уҡ трассала шөғөлләнә, ярыштарҙа еңеү яуларға йыйына», — тине Никитин.

Майгуров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда биатлон үҫешә, бында киләсәк быуындар өсөн традицияларғанигеҙ һалына.

«Эдуард, иртәгә йөҙҙәрсә, тиҫтәләрсә мең малай-ҡыҙҙар һине ҡарар, һинең  менән ғорурланыр һәм һинән һуң спорт залдарына юл алыр. Һин уларға өлгө булып тораһың!», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Бынан алда «Башинформ» биатлонсы Эдуард Латиповтың Пекиндағы Олимпиадала ҡатнаш эстафетала бронза миҙал яулауын хәбәр иткәйне. 12 февралдә Латипов спринт уҙышында ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru

Радий Хәбиров тура эфирҙа Башҡортостан олимпиясылары менән аралашты
Радий Хәбиров тура эфирҙа Башҡортостан олимпиясылары менән аралашты
Автор:
Читайте нас: