Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Апрель 2022, 11:07

Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашка бәйгеһе үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында ошо турала һөйләне.

Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашка бәйгеһе үтәсәк
Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашка бәйгеһе үтәсәк

Быйыл октябрҙә Тамара Танһыҡҡужина призына шашка буйынса халыҡ-ара турнир ойоштороласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында һөйләне. Радий Хәбиров етәкселегендә үткән ултырышта совет ағзалары, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм район башлыҡтары ҡатнашты.

— Бөгөн беҙгә бер-беребеҙгә терәк булырға кәрәк. Көнбайыш етәкселәре хаттин аша башланы. Яҡташыбыҙ, бөйөк шашкасы Тамара Танһыҡҡужинаны барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Былтыр уның ниндәй шарттарҙа еңеүгә ирешеүен һәм етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулауын хәтерләйһегеҙҙер. Хәҙер йәнә һөжүм итәләр. Кисә халыҡ-ара шашка федерацияһы Тамара Михайловнаны донъя рейтингынан алып ташланы. Кем нисек уйлайҙыр, әммә мин шундай принцип буйына йәшәйем: һәр насар хәрәкәткә ҡаршылыҡ күрһәтергә кәрәк. Агрессорҙы ҡаты яуап менән генә туҡтатып була, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Хөкүмәттә донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина призына ҙур турнир ойошторорға ҡарар ителеүе хаҡында әйтте.   

— Мин бер кемде лә кәмһетергә теләмәйем. Әммә бер сағыштырыуҙы миҫал итеп килтерәм — картанан Саха (Яҡут) республикаһын һәм Көнбайыш Европаның биләмәһен ҡарағыҙ. Был бөтә донъя түгел, бөтөнләй. Беҙгә бөйөк гроссмейстерҙар киләсәк. Европа илдәре граждандары булған, шунда йәшәгән, эшләгән күп кенә спортсылар ҙа киләсәк. Әйткәндәй, тарихи уйынға килгәндә. Хәтерегеҙҙәлер, халыҡ-ара шашка федерацияһы етәксеһе Тамара Танһыҡҡужинаның өҫтәленән Рәсәй флагын алғас, Польша шашкасыһы ла теләктәшлек белдереп, үҙ иленең флагын алып ҡуйҙы. Бөтә поляктар ҙа һәм европалылар ҙа беҙгә ҡаршы түгел. Һеҙгә еткерергә теләгән иң төп уйым: беҙ ниндәй ҙә булһа агрессив хәрәкәтте туҡтатырға һәм бер-беребеҙҙе ҡурсаларға тейешбеҙ. Беҙҙең берҙәм эшебеҙ нигеҙе ошо булырға тейеш, барыһы ла һеҙҙән тора, — тип мөрәжәғәт итте йыйылғандарға Радий Хәбиров.

ye102.ru

Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашка бәйгеһе үтәсәк
Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашка бәйгеһе үтәсәк
Автор:
Читайте нас: