Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Апрель 2022, 09:22

Исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан ике тренерға рәхмәт белдерҙе.

Исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар
Исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар

Хоҡуҡи мәлүмәттәр рәсми интернет-порталында хәбәр ителеүенсә, ил Президенты республикабыҙ тренерҙары – Октябрьский ҡалаһынан Василий Савкинға һәм Өфөнән Рөстәм Фәйезовҡа рәхмәт белдергән.

Ҡарарҙа хәбәр ителеүенсә, Октябрьский ҡалаһындағы 1-се спорт мәктәбенең бокс буйынса тренеры Василий Савкинға һәм Башҡортостан Республикаһы Олимпия резервы спорт мәктәбенең биатлон буйынса тренеры Рөстәм Фәйезовҡа физик культураға һәм спортҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерелгән.

Тренер Василий Савкин халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, Рәсәй, Европа, донъя һәм башҡа халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй чемпионаттары еңеүселәрен үҫтергән. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһында бар. Василий Степанович “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” түшкә тағыла торған билдәләренә лайыҡ булған.

Рөстәм Фәйезов – бобслей буйынса спорт  мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй категориялы судья. 2006 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған.

Фото: koronavirus.center

https://bashgazet.ru

Исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар
Исемлектә беҙҙекеләр ҙә бар
Автор:
Читайте нас: