Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Июль 2022, 11:30

Спорт мәктәптәре тренерҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Башҡортостандың спорт мәктәптәре тренерҙарын бүләкләне.

Спорт мәктәптәре тренерҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Спорт мәктәптәре тренерҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән Башҡортостандың спорт мәктәптәре тренерҙары һәм етәкселәре 2020 йылда Токиола уҙған XXXII Олимпиадала, XVI Паралимпия йәйге уйындарында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсылар әҙерләгәне өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнде.

Өфөнөң 31-се спорт мәктәбе тренеры Ольга Байракова, «Салауатинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йөҙөү буйынса тренеры Фәнил Кирәев, Башҡортостан Республикаһы Паралимпия резервындағы спорт адаптив мәктәбенең адаптив физик культура буйынса тренер-уҡытыусылары Гүзәл Тверякова, Сергей Трухачев, Хәлил Шаммасов Дуҫлыҡ орденын алды.

Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина, «Урал» профессиональ спорт волейбол клубы» ойошмаһының баш тренеры Игорь Шулепов I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалына лайыҡ булды.

Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренеры Фәрит Арыҫланов, Өфөнөң еңел атлетика буйынса 21-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренеры Борис Афанасьев, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Александр Живаев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru

Спорт мәктәптәре тренерҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Спорт мәктәптәре тренерҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Автор:
Читайте нас: