Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Июль 2022, 19:11

Экстремаль спорт төрөн яратыусылар осрашты

Иглин районы Оло Теләк ауылында Sky Fest парашют спорты фестивале үтте. Унда Өфө, Күмертау, Белорет, Октябрьский, шулай уҡ Екатеринбург, Киров, Яр-Саллы ҡалаларынан, Мәскәү, Кемеров өлкәләренән спортсылар ҡатнашты.

Экстремаль спорт төрөн яратыусылар осрашты
Экстремаль спорт төрөн яратыусылар осрашты

Иң экстремаль спорт төрҙәренең береһе булған парашютизмды яратҡандар һауала акробатик номерҙар, фигуралар менән шаҡ ҡатырҙы, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Спортсылар Рәсәй, Башҡортостан, Иглин районы флагтарын тотоп та һикерә. БР парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаев оҫталыҡ дәресе күрһәтә.

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.

Парашютсылар бер нисә дисциплина буйынса ярыша. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырыла. Парашют спорты буйынса рекорд ҡуйған спортсылар ҙа бүләкләнә. Фермер Хәсән Иҙиәтуллин фестивалде ойоштороусыларға һәм әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары әҙерләгән.

Бер нисә парашютсыға спорт разряды бирелә. Ә Күмертауҙан Ксения Трофимоваға “Рәсәйҙең спорт мастеры” билдәһе һәм танытмаһы тапшырыла. Спортсы әйтеүенсә, был еңеү – ете йыллыҡ хеҙмәттең һөҙөмтәһе.

Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты

bashkizi.ru

Экстремаль спорт төрөн яратыусылар осрашты
Экстремаль спорт төрөн яратыусылар осрашты
Автор:
Читайте нас: