Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Июль 2022, 03:38

Дүртөйлөлә экстремаль спорт төрө үҫтерелә

“Иген” скейт-паркында сағыу сара булды.

Дүртөйлөлә экстремаль спорт төрө үҫтерелә
Дүртөйлөлә экстремаль спорт төрө үҫтерелә

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһының Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы асылған “Иген” скейт-паркында урам мәҙәниәте фестивале нигеҙендә экстремаль спорт төрҙәре буйынса ярыш уҙғарылы.

Сараны Виктор “Кирпич” Демидов һәм Владимир Кнаф алып барҙы. Унда шулай уҡ былтыр Дүртөйлөлә скейт-парк төҙөгән “Moses” компанияһы етәксеһе, велосипед мотокросы буйынса Рәсәй чемпионы Павел Терентьев ҡатаншты. Ул йәш спортсыларға ВМХ буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

“Бөгөнгө сараға бик шатмын, сөнки ул күтәренке дуҫлыҡ рухында үтә. Дүртөйлө ҡалаһына һәм Башҡортостанға скейт-парктар төҙөү, ярыштар үткәреү, спорт төрҙәрен һынап ҡарау йүнәлешендә артабан да әүҙем үҫеш теләйем. Ҡасан да булһа донъя спортсылары исемлегендә Башҡортостан йәштәре исемдәрен дә күрербеҙ, тип ышанам”, – тине Павел.

Экстремаль ярыштарҙа Өфө, Нефтекама һәм Дүртөйлө егеттәре ҡатнашты. Фестивалде Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды ярҙамында “Дүртөйлө” хәйриә фонды, район хакимиәте ойошторҙо.

#национальныепроекты#нацпроекты
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/286829

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/286829

https://bashgazet.ru

Дүртөйлөлә экстремаль спорт төрө үҫтерелә
Дүртөйлөлә экстремаль спорт төрө үҫтерелә
Автор:
Читайте нас: