Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
30 Июль 2022, 23:41

"Мәргән уҡсы" турнирында еңеүселәр донъя кимәлендәге сарала ҡатнаша

Бөгөн Баймаҡ районында ойошторолған "Башҡорт аты" беренсе республика фестивалендә мәргәндәр ярышы ла уҙҙы.

"Мәргән уҡсы" турнирында еңеүселәр донъя кимәлендәге сарала ҡатнаша
"Мәргән уҡсы" турнирында еңеүселәр донъя кимәлендәге сарала ҡатнаша

Традицион яндан уҡ атыусылар араһынан һайлап алынған иң мәргән 12 кеше Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ. Республиканың йыйылма командаһы туплана.

Әйткәндәй, "Мәргән уҡсы"лағы һәр турнир этабы ла әлеге уйындар ҡағиҙәләренән алынған: «Фита 40», «Турецкая Пута», «Гунгдо», «Рейд-2», «Рейд-3», «Башня». «Башҡорт маршруты» этабы - һыбайлы уҡсылар өсөн.

"Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, 90 метр арауыҡта сәптәр ҡуйылған, уларға төрлө позициянан эләгергә кәрәк.

Быйыл Ҡалмыҡстандан ҡатнашыусылар килгән. Беләһегеҙ, был республика Башлығы ла беҙҙә ҡунаҡта. Барлығы 37 ир-егет, 16 ҡатын-ҡыҙ мәргәнлектә һынашты. Шуныһы ла мөһим: уҡсыларҙың кейеменә ҙур иғтибар бирелә.

Еңеүселәр тураһында - һуңғараҡ.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.

ye102.ru

"Мәргән уҡсы" турнирында еңеүселәр донъя кимәлендәге сарала ҡатнаша
"Мәргән уҡсы" турнирында еңеүселәр донъя кимәлендәге сарала ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: