Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
26 Август 2022, 11:19

Антон Бабиков Сочиҙа уҙған йәйге биатлонда еңеү яуланы

Башҡортостан биатлонсыһы Антон Бабиков йәйге биатлон буйынса Берҙәмлек кубогы этабында спринт ярышында еңеү яуланы. Ул 10 саҡрым арауыҡты 23 минут 44,4 секунд эсендә үтте, бер тапҡыр ҙа яҙа атманы, тип хәбәр итте Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Антон Бабиков Сочиҙа уҙған йәйге биатлонда еңеү яуланы
Антон Бабиков Сочиҙа уҙған йәйге биатлонда еңеү яуланы

Тағы бер Башҡортостан вәкиле, Пекинда ҡышҡы Олимпия уйындары призеры (2022) Эдуард Латипов икенсе урынды алды, ул еңеүсенән 28,9 секундҡа ҡына ҡалышты. Өсөнсөлә — Алексей Вагин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Сочиҙа йәйге биатлон буйынса Берҙәмлек кубогы башланды. Ул 28 авгусҡа тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru

Антон Бабиков Сочиҙа уҙған йәйге биатлонда еңеү яуланы
Антон Бабиков Сочиҙа уҙған йәйге биатлонда еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас: