Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Сентябрь 2022, 08:21

Көрәш һарайында ниҙәр буласаҡ?

"Балаларыбыҙҙың барыһы ла спорт мастерҙары булып китмәҫ, әммә һәммәһе лә ысын кешеләр булып үҫер".

Көрәш һарайында ниҙәр буласаҡ?
Көрәш һарайында ниҙәр буласаҡ?

6 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районындағы Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. Был - баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе.  

Төбәк етәксеһе төҙөлөш барышы менән танышты. Проект ойошмаһы вәкиле Андрей Стариков эштәрҙең раҫланған графикка ярашлы барыуы тураһында һөйләне. Төҙөүселәр нигеҙ плитәһен бетонлауҙы тамамлап, стеналарын күтәреүгә керешкән. Объектта бер нисә сменала 60-тан ашыу кеше эшләй.

Бинаның дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр. Үҙәктә спорт комплексы һәм спорт көрәше мәктәбе, 3,4 мең урынға иҫәпләнгән амфитеатр менән универсаль зал, шулай уҡ музей буласаҡ. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыласаҡ. Егеттәр бер юлы 14 көрәш балаҫында күнекмәләрҙә шөғөлләнә аласаҡ.

"Көрәш – беҙҙең балалар өсөн спорттың иң яҡшы төрҙәренең береһе. Барыһы ла спорт мастерҙары булып китмәҫ, ләкин улар мотлаҡ ысын кешеләр булып үҫер, тормошта кәрәкле сифаттарға ынтылыр. Үҙәкте күп функциялы итәбеҙ. Көрәшкә тәғәйенләнгәндәрҙән тыш, бал һәм спорт бейеүҙәре өсөн залдар, каток, бассейн, волейбол, футбол, баскетбол майҙансыҡтары буласаҡ. Эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндереләсәк", - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

https://bashgazet.ru

 

Автор:
Читайте нас: