Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Март 2023, 10:23

Афарин, Тимур!

Башҡортостандан сноубордсы Тимур Зарипов «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында өсөнсө урынға сыҡты.

Афарин, Тимур!
Афарин, Тимур!

Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

«Башҡортостан иҫәбендә бөгөн тағы бер миҙал. Беҙҙең спортсы Тимур Зарипов «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында «Сноуборд. Параллель слалом» дисциплинаһында өсөнсө урынды алды»,  — тип яҙҙы республиканың спорт министры.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың ҡар волейболы буйынса йыйылма командаһы «Азия балалары-2023» халыҡ-ара уйындарының көмөш призеры булды. Волейболсылар Себер федераль округы командаһын еңде. «Алтын»ға турнир хужалары — Кузбасс спортсылары лайыҡ булды. Башҡортостандың волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 4-се урынды алды.

https://www.bashinform.ru

Афарин, Тимур!
Афарин, Тимур!
Автор:
Читайте нас: