Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
15 Март 2023, 12:02

Башҡортостанда самбо үҫешәсәк

– Мин үҙем башҡорт булараҡ, самбоны тулы кимәлдә милли көрәшебеҙ тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда самбо үҫешәсәк
Башҡортостанда самбо үҫешәсәк

14 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Еңеү фәне" Бөтә Рәсәй форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Сараны “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тормошҡа ашырған “Zа самбо” федераль проекты сиктәрендә уҙғарҙылар. Форум бөтә илдән меңдән ашыу делегатты йыйҙы. Улар йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә самбоның ролен тикшерҙе, уңышлы төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Билдәләп үтәйек, был проектта илдең 78 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, 2,5 мең мәктәп ҡатнашҡан да инде.

Пленар ултырышты Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак асты. Ул илдә самбоны үҫтереүҙең мөһим бурысы - спорт дисциплинаһын һәр кем ала алырлыҡ итеү, тип билдәләне. Бының өсөн йыл һайын самбо менән шөғөлләнеү өсөн 500 зал асыу күҙаллана.

Генсовет секретары самбоның милли мәҙәниәттең, кешенең иң яҡшы сифаттарын һәм үҙ иленең ысын граждандарын тәрбиәләү системаһының бер өлөшө булыуын билдәләне.

– Самбоға өйрәткән иң мөһиме – еңеү ғилеме. Был спорт төрөнә күберәк кешеләр ылыҡҡан һайын, был мәктәпте лә үткән һайын, йәмғиәтебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә көслөрәк һәм тотороҡлораҡ буласаҡ, - тине Андрей Турчак.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов форумда министрлыҡтың “Берҙәм Рәсәй” һәм Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы менән берлектә балаларҙы ошо спорт төрөнә йәлеп итеү эшен дауам итәсәген билдәләне.

– Мәктәп спорт клубтарының берҙәм бөтә Рәсәй исемлеге төҙөлә. Улар - 33 859. Был – дөйөм белем биреү учреждениеларының дөйөм һанынан 85 процент. Киләһе йылға һәр мәктәптә спорт клубы төҙөләсәк. Самбо буйынса уҡыу төркөмдәре һаны – 1 743. Уларҙа 27 мең уҡыусы шөғөлләнә, – тине Сергей Кравцов.

Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев самбоны дәүләт кимәлендә популярлаштырыуҙы кәрәкле тип иҫәпләй.

– Хөкүмәткә “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектына һәм 2030 йылға тиклемге осорға Спортты үҫтереү стратегияһына самбо инфраструктураһын үҫтереү буйынса һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен индереп, самбоға ярҙам итеү һәм уны популярлаштырыу буйынса дәүләт сәйәсәте алып барырға тәҡдим итәбеҙ, - тип белдерҙе Сергей Елисеев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында республиканың спорт көрәшен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты һәм бер нисә башланғысты билдәләне.

– Самбо – ул Совет һәм Рәсәй спорт төрө. Унда беҙҙең милли көрәшебеҙ элементтары ла, Рәсәй халыҡтары көрәшенең башҡа төрҙәре лә бар. Мин үҙем башҡорт булараҡ, самбоны тулы кимәлдә милли көрәшебеҙ тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Исеменең мәғәнәһе – “ҡоралһыҙ үҙ-үҙеңде обороналау” – агрессиялы булмаған был спорт төрөнөң философияһын аңларға ярҙам итә. Был үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡлауҙа бик юғары идеалдар.

Төбәк етәксеһе, Башҡортостан ”Zа самбо” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне. Был проектҡа республиканың 19 мәктәбе ҡушылды ла инде. Ә 2023 йылдың аҙағына уларға тағы ла унау өҫтәлә.

– Самбо өсөн ҙур бассейндар йәки боҙ стадиондары төҙөргә кәрәкмәй. Бәләкәй бина, спорт келәме һәм экипировка етерлек, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикала кейем тегеүҙе ойошторҙоҡ һәм күнекмәләр, ярыштар өсөн ҡиммәт булмаған, сифатлы комплекттар тәҡдим итә алабыҙ. Көрәшкә махсус аяҡ кейеме етештереү тураһында ла уйлайбыҙ.

Спортсылар әҙерләүҙә уҡытыусы кадрҙарға мөһим роль бирелә. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институтында самбо буйынса тренер-уҡытыусылар әҙерләнә башлаясаҡ.

Республика Башлығы шулай уҡ 2022 йылда Өфөлә Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Игорь Нәсибуллин һәм Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә самбо буйынса “Йондоҙ” балалар турниры үтеүен хәбәр итте. Унда Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан йәш спортсылар ҡатнашты. Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчакка ошо ярыштарға халыҡ-ара статус бирергә тәҡдим итте. Ә турнирҙың майҙансығы итеп яңы Көрәш һарайын һайларға була, ул 2024 йылда асыласаҡ.

Башҡортостан Башлығының башланғысы хуплау тапты. Самбо буйынса тәүге халыҡ-ара ярыштар Өфөлә 2024 йылдың 16 ноябрендә, Самбо көнөндә, үтә. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ указы менән булдырған.

Төбәк етәксеһе Бөтә Рәсәй самбо федерацияһына яңы Көрәш һарайы алдындағы спорт аллеяһында атлет статуяһын булдырыу өсөн күренекле көрәшсе кандидатураһын тәҡдим итеү уйын белдерҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, бындай скульптуралар һәр дисциплина, шул иҫәптән грек-рим һәм ирекле көрәш, шулай уҡ милли көрәш хөрмәтенә лә ҡуйыласаҡ.

Сығышын йомғаҡлап, Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһына һәм Бөтә Рәсәй самбо федерацияһына йәштәргә физик һәм әхлаҡи яҡтан үҫешергә ярҙам иткән “Zа самбо” проектын тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Башҡортостанда самбо үҫешәсәк
Башҡортостанда самбо үҫешәсәк
Автор:
Читайте нас: