Әлеге ваҡытта Һиндостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса донъя чемпионаты бара. Унда Башҡортостан спортсылары ла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡташыбыҙ Азалия Әминева финалдың 1/8 өлөшөндә еңелде.
Һәм бына бөгөн республикабыҙҙың бокс федерацияһы матбуғат хеҙмәте был турала яңылыҡ белдерҙе. Баҡһаң, Азалия халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙан түгел, ә... трансгендерҙан еңелгән. Ул - Алжир спортсыһы Иман Хелиев. Бәйгенән һуң судьяларҙың тауышы бүленгән һәм еңеү уға бирелгән. Тик бына ярыштан һуң ДНК-тест үткәргәс, әлеге "ҡатын"дың тыумыштан ир кеше булғаны асыҡланған.
Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев хәбәр итеүенсә, ДНК-тестарҙан һуң ошолай алдарға тырышҡан бер нисә спортсыны ярыштарҙан ситләштергәндәр.
Шуныһы йәл, уйындар кире үткәрелмәйәсәк, һөҙөмтә шул килеш ҡаласаҡ.
Фото: ufa-town.ru