Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Май 2023, 12:23

Республиканан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша

еспубликанан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша

Республиканан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша
Республиканан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша

Ҡытай Халыҡ Республикаһында IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындары башланды. Ошо көндәрҙә Чунцин ҡалаһында уйындарҙы асыу тантанаһы булды, унда Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡатнашты.

«Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындары илдәребеҙ араһында ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙә сираттағы этап булыр, мауыҡтырғыс ярыштар менән хәтерҙә ҡалыр, ә спортсылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтер. Был Уйындар дуҫлыҡ, спорт һәм хеҙмәттәшлек байрағы аҫтында үтер тип ышанам», — тип билдәләне Олег Матыцин.

Уйындарҙа 158 спортсы ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостандан өсәү — бадминтонсы Иҙел Дәүләтбаев (Межгорье), футболсылар Есения һәм Ярослава Кадынцевалар (Өфө), тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Спорт министрлығынан.

Рәсәй-Ҡытай йәштәренең йәйге уйындары 21 майҙан 26-һына тиклем дауам итә. Һигеҙ спорт төрөндә миҙалдар уйнатыла: бадминтон, баскетбол, волейбол, гандбол, спорт көрәше, йөҙөү, футбол, художестволы гимнастика.

https://www.bashinform.ru

Республиканан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша
Республиканан өс спортсы IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: