Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Июнь 2023, 08:26

Баскетбол уйнауҙа көс һынаштылар

31 майҙа район үҙәгендәге "Елкән" спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә  ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса ярыш үтте. 

Баскетбол уйнауҙа көс һынаштылар
Баскетбол уйнауҙа көс һынаштылар

Ҡушйылға мәктәбенең "Хамар-Ял" һәм Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең "Ыласын" командалары үҙ-ара көс һынашты. 2010-2013 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар ҡатнашлығында барған уйын Ҡушйылға командаһының еңеүе менән тамамланды (4:0). 

Һәр ҡатнашыусы команда иҫтәлекле бүләк һәм татлы приз алды, ә еңеүсе командаға Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. 

Ҡыҙҙар араһында Индиенкова Александра, Хөнөтдинова Айгөл иң яҡшы уйынсылар булараҡ билдәләнде.

Уларға яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

https://vk.com/podsl_bizh

Баскетбол уйнауҙа көс һынаштылар
Баскетбол уйнауҙа көс һынаштылар
Автор:
Читайте нас: