Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Июнь 2023, 08:15

Спортсыларға һәм тренерҙарға республика ярҙамы

Премиялар күләме түбәндәгесә: "Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы" — 200 мең һумлыҡ премиялар; "Еңеп сығыу" (адаптив спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн) — 250 мең һум; "Бөтәһе өсөн дә спорт" — 200 мең һум; "Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы" — 200 мең һум; "Спорт дәүере" — 200 мең һум.

Спортсыларға һәм тренерҙарға республика ярҙамы
Спортсыларға һәм тренерҙарға республика ярҙамы

"Спортсыларға һәм тренерҙарға булышлыҡ итеү — өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Быйыл финанс ярҙамы саралары комплексын ғәмәлгә ашырыуға 150 миллион һумдан ашыу аҡса бүлдек, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров. — Иң яҡшы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, физкультура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү, иң яҡшы спорт федерацияларын һәм муниципалитеттарын дәртләндереү өсөн "Республика спорт премияһы"н булдырҙыҡ. Республика Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында тәүге Республика спорт премияһын тапшырыу тантанаһын уҙғарыу тәҡдимен хупланым".

Физик шәхестәр араһында номинациялар һәм премиялар күләме түбәндәгесә:

"Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы" — 200 мең һумлыҡ премиялар;

"Еңеп сығыу" (адаптив спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн) — 250 мең һум;

"Бөтәһе өсөн дә спорт" — 200 мең һум;

"Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы" — 200 мең һум;

"Спорт дәүере" — 200 мең һум.

hakmar.ru

Спортсыларға һәм тренерҙарға республика ярҙамы
Спортсыларға һәм тренерҙарға республика ярҙамы
Автор:
Читайте нас: