Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
30 Октябрь 2023, 10:11

Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре миҙгелде былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә.

Абҙаҡта һәм «Морат» тау саңғыһы комплексында яһалма ҡар яуҙырыу системаһы 23 октябрҙә үк эшләй башланы. 

Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре миҙгелде былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә.
Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре миҙгелде былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, ҡар генераторҙары Морат тауының көньяҡ битләүендә эшләй. Беренсе, дүртенсе һәм балалар трассаларында ҡар яуҙыралар. Бер үк ваҡытта 13 пушка эшләй.

«Беҙҙә көндәр һыуытты, шуға ҡар әҙерләүҙе уҙған йылға ҡарағанда иртәрәк башланыҡ. Битләүҙе тулыһынса ҡар менән ҡаплау һәм тау саңғыһы миҙгелен асыу һауа шарттарына бәйле», - тип билдәләне Андрей Иванюта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостандың «Абҙаҡ», «Ятыкүл» һәм «Ҡандракүл» тау саңғыһы үҙәктәре «Рәсәй тауҙары» милли конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/

Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре миҙгелде былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә.
Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре миҙгелде былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә.
Автор:
Читайте нас: