Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
19 Декабрь 2023, 13:40

Афарин, Азамат!

Йәш көрәшсе Азамат Хәбетдинов Ҡазан ҡалаһында үткән милли көрәш буйынса 3-cө урын алып, Рәсәй кубогын яуланы.

Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!

Ошо көндәрҙә, йәғни 15-17 декабрҙә, Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса Рәсәй кубогына ярыштар үтте. Был спорт бәйгеһенә илдең төрлө төбәгенән 400-ҙән ашыу спортсы йыйылғайны. Унда Бишбүләк районынан йәш көрәшсе - Ҡаныҡай ауылынан Азамат Хәбетдинов һәм уның тренер-преподавателе Илһам Әхмәтшин еңеү менән ҡайтты.

Һуңғы йылдарҙа милли көрәште үҫтереү буйынса халкыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы спортсылары бик күп эш башҡара. Милли көрәш серҙәрен йәш быуынға еткереүҙә тренерҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 2012 йылдан алып Ҡаныҡай мәктәбендә эшләп килгән милли көрәш түңәрәген Әхмәтшин етәкләй, ул бер нисә быуын көрәшселәр тәрбиәләгән.  

- Азамат Хәбетдинов милли көрәш түңәрәгендә 6-сы кластан алып йөрөнө. Ул был спорт төрө менән ныҡышмалы рәүештә шөғөлләнде, милли көрәш буйынса күп тапҡырҙар чемпион булды, Рәсәй призеры. Ҡазандағы ярышҡа етди әҙерлек менән барҙыҡ, күнекмәләр ваҡытында шөғөлләнә торғас, Азамат һигеҙ килограмға ҡәҙәр кәүҙә ауырлығын кәметте. Унда ул келәмгә сыҡҡан батырҙар - 60 килограмға ҡәҙәр ауырлыҡ категорияһындағылар менән көс һынашты, һәм, әйтергә кәрәк, үҙен ысын көрәш оҫтаһы итеп күрһәтте һәм өсөнсө урын алды, – ти, Азаматтың һәр сығышы өсөн янып-көйөүсе тренер-уҡытыусыпреподавателе.

- Ярыштарға алдан әҙерләнеп, бар көсөмдө туплап, үткән һөҙөмтәләрҙән яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышам. Ҡазан ҡалаһындағы ярыштар барышында төрлө ерҙән килгән спортсылар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу күңелгә ятты. Беҙ бында фекерҙәштәр, яңы дуҫтар ҙа таптыҡ. Ҡайҙа ғына сығыш яһарға тура килмәһен, теләк һәм әлбиттә, еңеүгә ышаныс булыуы кәрәк, - тип, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша Азамат Раяз улы.  

Был йәш көрәшсе копилкаһында беренсе еңеү генә түгел, унан алда ул 17-19 ноябрҙә Өфөлә полиция генерал-лейтенанты А.Ф.Әхмәтханов иҫтәлегенә уҙғарылған Бөтә Рәсәй турнирында ла еңеүгә ирешкән. Унда Рәсәйҙең 24 төбәгенән 250 спортсы ҡатнашҡан. Үҙенең ауырлыҡ категорияһында (60 кг) көс һынашып, 32 кеше араһында 1-cе урын алған. Көрәш батырына кубок менән бергә 30 мең аҡсалата бүләк тапшырылған.

Районда Азамат Хәбетдиновты белмәгән кеше һирәктер, сөнки район һабантуйҙарында һәм ауыл байрамдарында ул бил бирмәҫ көрәшсе булып танылған. Лилиә һәм Раяз Хәбетдиновтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ул Стәрлетамаҡтағы спорт коледжын тамамлағандан һуң, бер йыл Ҡаныҡай урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй, ә быйыл эшен Баҙлыҡ мәктәбендә дауам итә. Кәләше Татьяна Эдуард ҡыҙы ла һөнәре буйынса педагог, ул Бишбүләк 3-сө урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта.

Һәр спортсыныҡы кеүек, Азамат Раяз улының һәр минуты һанаулы, сөнки мәктәптә дәрестәр тамамланғандан һуң, тренировкалар башлана. Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы үҫмерҙәрҙе алда торған ярыштарға әҙерләй.   

- Беҙҙең өлкән төркөмдә шөғөлләнеүсе егет һәм ҡыҙҙар ярыштарға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Күптән түгел Раевкала милли көрәш буйынса Артур Сафин призына уҙған турнирҙа ҡатнаштыҡ. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең команда биш миҙалға лайыҡ булды, ошо көндәрҙә күрше Миәкә районында уҙасаҡ милли көрәш бәйгеһенә әҙерләнәбеҙ. Республика кимәлендәге турнирға беҙҙең райондан 22 көрәшсе барасаҡ, 2009 йылда тыуған һәм унан кесерәк йәштәге үҫмерҙәр үҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ. Бер ҡайҙан да миҙалһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ, артабан да Бишбүләк районы данын яҡлаясаҡбыҙ, - ти, спортта юғары һөҙөмтәләргә ирешкән тренерҙар.

Йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙа ҙур көс һалған Илһам Ришат улы һәм Азамат Раяз улына артабан да бил бирмәҫ батырҙар тәрбиәләүҙә уңыштар теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: