2024 йылдың 10 ғинуарынан 14-нә тиклем Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостан Республикаһы стендында «Спорт еңеүҙәренең 100 йыллығы» аҙналығы уҙғарыла.
Аҙналыҡты ойоштороусы булып Башҡортостандың Спорт министрлығы сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһы стенды 75-се павильонда урынлашасаҡ.
- «Спорт еңеүҙәренең 100 йыллығы» аҙналығында беҙ ҡыҙыҡлы һәм төрлө-төрлө программа әҙерләнек. Күргәҙмәгә килеүселәр Башҡортостан Республикаһының Олимпия мираҫын, клубтарҙы, командаларҙы күрә һәм баһалай, республика спортсылары, олимпия һәм паралимпия чемпиондары менән шәхсән таныша аласаҡ. Беҙ Башҡортостанда үҫешкән һанлы спорт төрҙәре менән таныштырабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22704