4 ғинуарҙа Әлшәй районының Раевка ауылында Әлшәй, Бишбүләк, Иглин hәм Шишмә райондарынан йыйылма хоккей командалары ҡатнашлығында ир-аттар командалары араһында хоккей буйынса традицион төбәк-ара турнир уҙҙы.
Спорт сараһын асыу hәм командаларға теләктәшлек белдереү өсөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе, танылған Рәсәй хоккейсыһы, НХЛ уйынсыһы Андрей Зюзин килгәйне.
«Олимп» хоккей командаһы өс еңеү яулап, чемпион булды. Yҙ төркөмөндә беҙҙең команда «Родник» (Шишмә) командаһын 6:3 иҫәбе менән һәм «Дим» (Раевка) командаһын 7:2 иҫәбе менән еңеп, финалға сыҡты. Ярыштар ваҡытында ир-егеттәр Иглин командаһы менән осрашты hәм уйында 2:1 иҫәбе менән еңде.
Бишбүләк районы хоккей федерацияһы президенты Рим Ғәҙелшин һөйләүенсә, беҙҙең егеттәр ышаныслы еңеү яуланы hәм инде дүртенсе йыл рәттән Раштыуа кубогына эйә булды. Айназ Нурғәлиев, Рөстәм Ғәҙелшин, Инзил Кинйәбаев лайыҡлы уйнаны. Турнирҙың иң яҡшы ҡапкасыһы, тип Артур Шафиҡов танылды. Шулай уҡ командала беренсе тапҡыр йәш уйынсылар Булат Ихсанов hәм Алмаз Ғилманов дебют яһаны.
2022 — 2023 йылғы хоккей сезонында республика һәүәҫкәр хоккей лигаһының (РЛХЛ) башҡала чемпионатында ҡатнашкан «Олимп» йәштәр хоккей командаһы РЛХЛ чемпиондар Кубогына эйә булды. Рим Рауил улы әйтеүенсә, киләһе сезонда өлкәндәр командаһына райондың «Олимп» йәштәр хоккей командаһында уңышлы уйнаған егеттәр керә, улар араһында Тимур Гәрәев, Айҙар Латипов, Даниэль Кәримов, Илназ Ишмөхәмәтов, Илья Сидоров.
«Олимпиясылар» ярҙамында беҙҙең йәштәр тураһында бөтә республикала беләләр. Беҙҙең хоккейсылар ирешкәндәрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Егеттәр артабан да районыбыҙ данын яҡлаясаҡ.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фотолар Рим ҒӘҘЕЛШИНДЫҢ шәхси архивынан.