Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Февраль , 08:28

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы

Спортсылар 14 спорт төрө буйынса үҙ-ара көс һынашты

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы
Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы — дүрт алтын, дүрт көмөш һәм туғыҙ бронза. Шулай итеп, республикабыҙ миҙалдар һаны буйынса — алтынсы-етенсе, ә алтын наградалар һаны буйынса унынсы урынды алды. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9-18 февралдә Силәбе, Төмән, Свердловск өлкәләрендә, Красноярск һәм Краснодар крайҙарында иң көслө спортсылар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре араһында Бөтә Рәсәй спартакиадаһы уҙҙы. Спорт программаһына 14 спорт төрө буйынса ярыштар бар ине.

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар хоккейыбиатлонтау саңғыһы спорты, шорт-трекбобслей кеүек дисциплиналарҙа уңышлы сығыш яһаны.

Спартакиадала Мәскәү командаһы беренселекте бирмәне, икенсе урында  Санкт-Петербург — икенсе урында, өсөнсөлә иһә Мәскәү өлкәһе спортсылары.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы
Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй Көслөләр спартакиадаһында 17 миҙал яуланы
Автор:
Читайте нас: