Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Май , 16:54

Афарин, Гүзәл!

Ҡаныҡай ауылы һылыуы Буранғолова Гүзәл мәргән уҡсы булып танылған

Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!

Һуңғы йылдарҙа йәйәнән уҡ атыу спортының билдәлелек яулай барыуы ҡыуаныслы хәл. Республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, алымдарын өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшелә. Республика кимәлендәге “Мәргән уҡсы” ярыштары ла йылдан-йыл үҙ тирәһенә йәш спортсыларҙы күберәк ылыҡтыра.

Күптән түгел Сибай ҡалаһында төбәк-ара милли йәйәнән уҡ атыу буйынса "Ирәндек уҡсылары" турнирында Өфө, Учалы, Сибай, Кумертау, Ишембай ҡалаларынан, Баймаҡ, Ауырғазы, Ейәнсура, Хайбулла, Әбйәлил, Иглин, Бөрйән райондарынан, шулай уҡ күрше Татарстан, Силәбе өлкәһенән 100-гә яҡын уҡсы көс һынашҡан. Улар араһында бөгөнгө көндә Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта белем алыусы яҡташыбыҙ, Ҡаныҡай ауылы һылыуы Буранғолова Гүзәл дә бар. Әлеге мәлдә 10-сы класта уҡыусы ҡыҙ был спорт төрөнә өҫтөнлөк бирә һәм уҡ атыу буйынса ярыштарҙан ситтә ҡалмай.

- Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатына килгәс тә, традицион уҡтан атыу буйынса түңәрәккә йөрөй башланым. Быйыл 2 мартта Күмертау ҡалаһында тәүге тапҡыр балалар араһында традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир (17 йәшкә ҡәҙәр) үтте. Ул башҡорт ғәскәрҙәренең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналды. 17 майҙа Сибайҙа үткән турнир ике өлөштән торҙо. Тәүге квалификация этабында "Төрөк путаһы" менән "Жамбы" сәптәре булды. Ошо этаптың һөҙөмтәләре буйынса турнир сеткаһы төҙөлдө һәм финалдарҙа "Ҡалҡан" сәбенә атышып еңеүселәрҙе билдәләнеләр. 18 метр арауыҡта уҡ атыу буйынса махсус бүләк алдым, - ти, был ябай булмаған спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙ. 

«Ятып ҡалғансы, атып ҡал!» – ти халыҡ мәҡәле. Алда әле күп яңы турнирҙар, еңеүҙәр булыр. Уҡыуҙа ла һынатмаған Гүзәлгә артабан да уңыштар теләйек!

Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: