Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
26 Декабрь 2024, 10:07

Башҡортостан - спорт үҫешкән төбәк

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов 2024 йылға йомғаҡ яһаны һәм Дәүләт теле-радио компанияһының “Вести. Интервью”программаһында төбәктәге спорт тормошо тураһында һөйләне. Ул быйылғы йылдың уңышлы булыуын, Милли спорт премияһының физик культура һәм спорт өлкәһендә иң абруйлы награда булыуын билдәләне:  

Башҡортостан - спорт үҫешкән төбәк
Башҡортостан - спорт үҫешкән төбәк

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов 2024 йылға йомғаҡ яһаны һәм Дәүләт теле-радио компанияһының “Вести. Интервью”программаһында төбәктәге спорт тормошо тураһында һөйләне. Ул быйылғы йылдың уңышлы булыуын, Милли спорт премияһының физик культура һәм спорт өлкәһендә иң абруйлы награда булыуын билдәләне:  

- Спортсыларҙың, тренерҙарҙың һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙең профессиональ эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән Милли спорт премияһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылған. Был премияла төбәктә үткәрелгән ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәрҙең һаны, финанслау күләме баһалана. Шулай уҡ спорт сараларын пропагандалауҙың һөҙөмтәлелеге лә ҙур роль уйнай.

2014 йылғы Олимпия уйындарының чемпионы, 2018 һәм 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры, күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы Семен Елистратов Милли спорт премияһының "Рәсәй ғорурлығы: йыл спортсыһы" номинацияһы финалсыһы булды һәм Рәсәйҙең иң көслө спортсылары иҫәбенә инде. Киләсәктә лә Семен Елистратов кеүек һәләтле балаларҙы үҫтереү, өлкәндәрҙең һаулығын нығытыу маҡсатында республикала физкультура, спорт менән шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар булдырыла, яңы объекттар төҙөлә, спорт саралары үткәрелә.

- "Демография” милли проектының "Спорт – тормош нормаһы” һәм “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проекттары буйынса Өфөлә өс ҙур спорт объекты: бассейн, ябыҡ футбол манежы һәм ишкәкле слалом өсөн комплекстың беренсе сираты төҙөлдө. Бынан тыш, Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын үтәү өсөн 56 спорт майҙансығы, ике асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө, спортсылар әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмалар 402,7 миллион һумдан ашыу субсидия алды, - тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры. - Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса 2020 йылда булдырылған "Ауыл тренеры”, “Ҡала тренеры" программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, "Ауыл тренеры" проекты буйынса бөтәһе 179 тренер - 137 миллион 800 мең һумлыҡ, шул иҫәптән 2024 йылда 11 муниципаль берәмектең 21 тренеры 15 спорт төрө буйынса 21,0 миллион һумлыҡ түләүҙәр ала. 60 йәштән өлкәндәр өсөн спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә социаль заказ программаһын киңәйтә алдыҡ, был программаға 6 -18 йәшлек һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы ла индерҙек. Бының өсөн республика бюджетынан өҫтәмә средстволар бүленәсәк. 2023 йылда Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге асылды. Үҙәктә "бәхетле сәғәт" ойошторолған – һәр кем ни бары 100 һум түләп, бассейнда йөҙә ала. Ошондай тәжрибәне беҙ бөтә республикаға таратасаҡбыҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ҙур спорт ярыштары халыҡты, бигерәк тә балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә, спорт инфраструктураһын даими үҫтереүгә лә этәргес көс, тип иҫәпләй: “Ҙур спорт сараларын уҙғарыу - беҙҙең дәүләт бурысы. Ҡушылғанды ғына үтәмәй, йыш ҡына инициативаны үҙебеҙ күрһәтәбеҙ”. Был ҡоро һүҙҙәр түгел: Башҡортостандың баш ҡалаһында илдең иң абруйлы "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумын үткәреү ҙур уңышҡа килтерҙе, ул тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм халыҡ-ара аренала Рәсәй спортының потенциалын күрһәтеү өсөн майҙансыҡ булды.

- Бындай ҙур сараның Өфөлә уҙғарылыуы осраҡлы түгел, - тип билдәләне Руслан Таһир улы. - Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 13 363 ғәмәлдәге спорт объекты, 68 ГТО биреү үҙәге, физкультура һәм спорт өлкәһендә 70 бүлексә бар. Өфөнөң 450 йыллығына тағы өс ҙур спорт объекты - Көрәш һарайы, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы һәм Фехтование үҙәге төҙөлдө. Республикала халыҡтың 58,2 проценты спорт менән шөғөлләнә, был - яҡшы күрһәткес. Форум сиктәрендә республика Башлығы Президентыбыҙға мөрәжәғәт итте, һәм президент яҡын арала ике бик мөһим спорт объектын төҙөү тураһында йөкләмә бирҙе. Был, тәү сиратта, еңел атлетика манежы. Әммә бынан тыш Олимпия резервы училищеһы ла буласаҡ, ул бөгөн йәш спортсыларыбыҙ өсөн кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә бындай спорт учреждениеһы булманы һәм беҙҙең спортсылар башҡа төбәктәргә уҡырға китте. Хәҙер беҙ был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ һәм бында, тыуған яҡта, уларға бөтә кәрәкле шарттар булдырабыҙ. Бынан тыш, Бокс прогресы үҙәге һәм Ҙур теннис академияһы тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Якутов паркында заманса үҙәк төҙөләсәк, ул үҙендә бокс менән теннисты берләштерәсәк.

Спорт министры шулай уҡ Башҡортостандың төрлө федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне:

- Беҙ Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәр буйынса эксперименталь майҙансығы, республика халҡы, спорт менән шөғөлләнергә теләгән балалар өсөн кәрәкле проекттар эшләйбеҙ. Президент бик аныҡ маҡсат ҡуйҙы - спортта артыҡ коммерциялаштырыуҙы бөтөрөргә кәрәк.

Руслан Хәбибов Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 2025 йылға пландары менән дә уртаҡлашты:

- 2025 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Һәм беҙҙең бурысыбыҙ - махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәрҙе спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Спорт инфраструктураһын үҫтереүҙе һәм булған объекттарҙы яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. 2025 йылда бер юлы һигеҙ спорт объектын, шул иҫәптән Өфөлә "МЕД" универсаль спорт комплексын, Благовещенда, Туймазы районы Серафимовка ауылында, Салауат районы Малаяҙ ауылында - бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын, Федоровка районы Федоровка ауылында, Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында – бассейндарҙы, Баймаҡ ҡалаһында боҙ аренаһын, Мәләүез ҡалаһында "Спартак" стадионын (үҙгәртеп эшләнгәндән һуң) файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Төҙөлгән спорт объекттары буш торорға тейеш түгел, һәр береһен 100 процентҡа тулыландырыу мөһим!

Башҡортостанда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк спорт ярыштарын үткәреү дауам итәсәк. Был спортты популярлаштырыуға һәм төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Руслан Таһир улы спортсыларға социаль ярҙам арттырыласағын да билдәләп, спорт ветерандарына һәм йәш спортсыларға матди ярҙам программалары ҡайтанан ҡараласаҡ, тине. Киләсәккә пландарҙа халыҡ-ара хеҙмәттәшлек географияһын киңәйтеү ҙә бар.

- Традиция буйынса беҙ Беларусь, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан кеүек дуҫ илдәр менән бәйләнештәрҙе һәм үҙ-ара эш итеүҙе нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ. 2025 йылда Африка илдәре менән хеҙмәттәшлекте башларға ниәт бар. 6 декабрҙә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында беҙ Танзания менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Яҡынса 2025 йылдың февралендә республикабыҙҙа тәүге берлектәге ярыштарҙы үткәрергә планлаштырабыҙ. Был беҙгә сит ил партнерҙар менән тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итәсәк, - тип өҫтәне Руслан Хәбибов.

Республикала спортты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт биргән Радий Хәбиров, төбәктең дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше спорт булыуын даими һыҙыҡ өҫтөнә ала. Башҡортостан Башлығының “тура бәйләнеш”е барышында ла халыҡтың спортты үҫтереү тураһындағы һорауҙарына яуап биреп, ауылда спортты үҫтереү республиканың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡаласағы, республикала олимпия резервы училищеһын ойоштороу планлаштырылыуы һәм был проекттың әҙерләнеү стадияһында булыуы тураһында һөйләне, Учалыла физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе 2026 йылға федераль программаға индереү планлаштырыла, тип белдерҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина  Башҡортостанда спорт үҫешенә ҡарата фекерен әйтте

- Быйыл спорт үҫешендә ҙур алға китеш булды: Башҡортостандың баш ҡалаһында ла, республикала ла күләмле спорт объекттары асылды, Президент Владимир Путин ҡатнашҡан "Рәсәй - спорт державаһы" форумы, Бөтә Рәсәй универсиадаһы уҙҙы. Был спортҡа, спортсыларға, тренерҙарға иғтибар республикала иң юғары кимәлдә булыуын күрһәтә. Минең өсөн, фехтовальщик булараҡ, Фехтование үҙәгенең асылыуы һәм унда халыҡ-ара "Салауат ҡылысы" һәм 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн Рәсәй беренселеге кеүек ҙур ярыштар үткәрелеүе айырыуса мөһим. Өфө бөтә Рәсәйҙән йәш фехтовальщиктарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Республика халҡы ундай ярыштарҙы тәүге тапҡыр күрҙе, сөнки Башҡортостанда әлегә рапира һәм шпага үҫешә генә һәм, үҙәк асылғас, нығыраҡ үҫешер, тип уйлайым.

Спортсыларға күнекмәләр үткәреү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыуҙы, матди дәртләндереүҙе лә билдәләргә кәрәк. Башҡортостан - күренекле спортсыларға ғына түгел, уларҙың тренерҙарына ла ярҙам иткән төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә олимпия чемпиондары, призерҙары һәм уларҙың тренерҙарына ғүмерлек стипендиялар булдырылған.

Хәҙер ябыҡ еңел атлетика манежы һәм Олимпия резервы училищеһын төҙөү планлаштырыла. Был ысынлап та бик мөһим. Миңә, Өфө спорт интернатын тамамлаусы булараҡ, уның хәҙер эшләмәүе тураһында һөйләүе ауыр. Республика олимпия резервы училищеһы бик кәрәк, шуға күрә уны төҙөү буйынса пландар бик шатландыра.

Радий Хәбировтың грамоталы сәйәсәте арҡаһында республика спортсылары өсөн генә түгел, ә төбәк халҡы өсөн дә ҙур үҙгәрештәр бар. Дөйөм алғанда, халыҡтың спортҡа ҡарашы бик ыңғай. Күмәк спорт та, студенттар спорты ла үҫешә. Мин төрлө күмәк сараларҙа, марафондарҙа, йүгереүҙәрҙә ҡатнашам һәм йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың артыуын билдәләйем. Йүгергән балаларҙың күбәйеүе бигерәк ҡыуаныслы. Был ата-әсәләрҙең үҙ балаларын да спортҡа ылыҡтырыуы тураһында һөйләй. Ҡайһы берҙә велосипедта йөрөү кеүек күмәк саралар арҡаһында юлдарҙың ябылыуына кешеләр зарлана. Әммә ундай ялыуҙар кәмей бара, сөнки бөтәһе лә халыҡтың берҙәм йүгереүенең яҡшы сара булыуын аңлай. Был яҡындарың, дуҫтарың менән бергә булыу ҙа, һаулыҡ өсөн дә файҙалы.

Мәғлүмәт: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-12-25/bash-ortostan-al-a-4066742  

Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ, Бишбүләк районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы:

 Башҡортостан республикаһы етәкселегенең спортты үҫтереүгә айырым иғтибар бүлеүе ҡыуаныслы. Беҙҙең районда әленә-әле спорт саралары үтә, соревнования балалар һәм йәштәр өсөн ярыштар,улар балаларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә, артабанғы үҫеш өсөн тәжрибә һәм мотивация алырға мөмкинлек бирә.  Башкортостостанда «Ауыл тренеры» программаһы уңышлы эшләп килә. Был ярҙам йәш белгестәрҙе тыуған ауылдарында эшләргә һәм яратҡан эше менән шөғөлләнергә дәртләндерә. Программа бик кәрәкле һәм һөҙөмтәле.

Башҡортостан - спорт үҫешкән төбәк
Башҡортостан - спорт үҫешкән төбәк
Автор:
Читайте нас