Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Февраль 2025, 00:00

Беҙҙекеләр ике көмөш миҙал алды

"Беҙ бергә. Спорт" Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан спортсылары 2 көмөш миҙал яуланы.

Беҙҙекеләр ике көмөш миҙал алды
Беҙҙекеләр ике көмөш миҙал алды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 февралдән 16 февралгә тиклем республикала "Беҙ бергә. Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы бара.
Башҡортостан йыйылма командаһы тупланмаһында 2 көмөш миҙал бар. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡташтарыбыҙ Зөлфир Зәйнуллин (Әбйәлил егете) һәм  Ангелина Хамицевич супер-гигантта икенсе урын алды. Ярыш хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге трассаһында үтте.

dzen.ru

Беҙҙекеләр ике көмөш миҙал алды
Беҙҙекеләр ике көмөш миҙал алды
Автор: Гумерова Л
Читайте нас