Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
18 Февраль 2025, 11:27

Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора

Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбендә Айрат Миңнулла улы Хисмәтуллин иҫтәлегенә волейбол турниры үтте

Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора

14 февралдә Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбендә ошо мәктәпте тамамлаған Айрат Миңнулла улы Хисмәтуллин иҫтәлегенә бағышланған бишенсе волейбол турниры булып уҙҙы. Ярыштарҙа Айыт, Дим, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Бишбүләк ауылының 1-се һәм  2-се мәктәбе командалары ҡатнашты.

Тантаналы линейкала мәктәп уҡыусылары һәм волейбол турнирында ҡатнашыыусылар алдында билдәле яҡташыбыҙ Айрат Хисмәтуллиндың  дуҫы – егерме йылдан ашыу Бишбүләк районы хәкимиәтен етәкләгән Наил Ғабдулла улы Ғатауллин, шулай уҡ класташы Тәүзир Ғабдулла улы Хәйруллин сығыш яһаны.

- Ул бик эгергиялы, позитив кеше ине, теләһә ниндәй ижади инициативаны хуплай һәм уны тормошҡа ашырырға ярҙам итә белә ине. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, Айрат Минулла улы тыуған ауылына ҡайтырға ваҡыт тапты, яҡташтарының тормошо, көнүҙәк проблемалары менән ҡыҙыҡһынды. Уның исеме йәштәргә үрнәк булып тора, йәш быуынды спорт менән шөғөлләнергә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә саҡыра, - тине Наил Ғабдулла улы.

Тәүзир Хәйруллин мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, класташының биографияһы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.

Волейбол турниры көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булды. Көйәрмәндәрҙең эмоциональ теләктәшлеге спортсыларға дәрт һәм көс бирҙе.Көслө, берҙәм командалар менән ярышта Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе волейболсылары еңеү яуланы. Икенсе урында – Бишбүләк 1-се мәктәбе командаһы, икенсе урында – Бишбүләк ауылының 2-се мәктәбе.

Беҙҙең волейбол командаһы көн һайын физкультура уҡытыусыһы Азат Тимерғәли улы Хәйретдинов һәм туғаны Рим Тимерғәли улы етәкселегендә тырышып шөғөлләнде.

А.М.Хисмәтуллин иҫтәлегенә бағышланған волейбол турниры призерҙары Маҡтиау грамоталары, иҫтәлекле миҙалдар, ҡиммәтле премиялар менән бүләкләнде. Еңеүсе команда күсмә кубок алды.

Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе директоры Римма Индус ҡыҙы Әхмәтова әлеге сараның үҫеп килеүсе быуынға физик, рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте. Байрамды уҙғарыуға өлөш индергән бағыусылар Манси-Югра автоном округының Мегион ҡалаһындағы “Сибнефтегазстрой” йәмғиәтенең финанс директоры Рәмил Рәсим улы Ҡиямовҡа, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Марат Ринат улы Яхинға һәм А.М. Хисмәтуллиндың класташы Тәүзир Ғабдулла улы Хәйруллинға рәхмәт белдерҙе.

Рәмилә ХАРРАСОВА,

Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

 

Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Бөгөн дә йәштәр өсөн өлгө булып тора
Автор:
Читайте нас