Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Март 2025, 17:54

Быймала хоккей уйнанылар

Дим ауылының боҙ майҙансығында ҡатын-ҡыҙҙарҙың өс командаһы ярышты

Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар

Дим урта мәктәбендә әленән-әле төрлө спорт уйындары ойошторола. Сираттағыһы айырыуса үҙенсәлекле булды. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бөгөн, йәғни 8 мартта, бында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында  араһында үҙенсәлекле хоккей турниры үтте. Был уйындың үҙенсәлеге шунда: хоккейсы ҡатын-ҡыҙҙар конькиҙа түгел, ә быйма кейеп боҙҙа сәкән менән туп һуҡты.
Боҙ майҙансығына йыйылыусыларҙы район хәкимиәте башлығы Артур Зарпов сәләмләп үтте. Шулай уҡ уйынсыларҙы Дим ауыл Советы хәкимиәте башлығы Сергей Михайлович Ходак сәләмләне һәм уларға уңыштар теләне.

Бындай спорт сараларының бағыусыһы һәм ойоштороусыһы Евгений Ринат улы Имашев иң беренсе тупты боҙға һелтәп, хоккейға старт бирҙе һәм уйын барышын башынан аҙағына тиклем тулыһынса үҙ контроленә алды.

Боҙ майҙансығында өс команда ярышты: Дим урта мәктәбе һәм Аҙнай һәм Дим ауылы командалары. Милли көйҙәр аҫтында уйын бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Был сарала кемдер тәжрибәле уйынсы булһа, араларында тәүге тапҡыр ғына майҙанға сығып уйнаусылар ҙа юҡ түгел ине. Көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап дәртләндереп торҙо. 

Һөҙөмтәләргә килгәндә, мәрәйҙәр һаны буйынса Дим мәктәбенең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы беренселекте яулап, күсмә кубогына лайыҡ булды. Икенсе урынға Аҙнай командаһы сыҡһа, өсөнсө урынды Дим ауылының  уйынсылары яуланы. Быймала хоккей уйынында еңеүселәр һәм призерҙарға грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде. Бынан тыш, һәр командаға татлы приз (торт)бирелде. Спорт сараһында әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, Артур Мөхлис улы сәскәләр бүләк итте.

Гүзәл заттар өсөн ойошторолған күркәм сара мәктәп ашханаһында тәмле-татлы ризыҡтар менән сәй эсеү менән тамамланды. Спорт ярыштарына килгән һәр кем күңел асып, яҡшы кәйеф алып ҡайтты.   Рухи һәм физик яҡтан файҙалы, ыңғай эмоциялар һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итеүсе сара ысын байрамға әүерелде.   

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.

 

Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Быймала хоккей уйнанылар
Автор: Гумерова Л
Читайте нас