Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2017, 02:00
Республикала 1134 ҡатын-ҡыҙға статистика буйынса 1000 ир-ат тура килә
Башҡортостанда 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй, был бөтөн халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1134 гүзәл затҡа 1000 ир-ат тура килә.
Башҡортостанда 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй, был бөтөн халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1134 гүзәл затҡа 1000 ир-ат тура килә. Бындай мәғлүмәттәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Башҡортостанстат баҫып сығарҙы. Белгестәрҙең иҫәптәре буйынса, ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш категорияларҙа нисбәте төрлөсә. Элеккесә ҡыҙҙарға ҡарағанда, күберәк малайҙар тыуа (1000 малайға уртаса – 950 ҡыҙ). 34 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә башлай. Гүзәл заттарҙың өҫтөнлөгө олоғайған һайын арта, 70 йәшкә уларҙың һаны йәштәш ир-егеттәргә ҡарағанда 2,3 тапҡырға күберәк. Ҡатын-ҡыҙҙар оҙағыраҡ йәшәй, уларҙың ғүмер оҙонлоғо 76 йәш тәшкил иткән, ир-егеттәр 10 йәшкә әҙерәк йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар күбеһенсә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә, мәғарифта – 84 процент, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүҙә, ҡунаҡханаларҙа һәм ресторандарҙа 68 процент эшләй.
Иҡтисадта мәшғүл булған ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттарға ҡарағанда юғарыраҡ белем кимәленә эйә. Эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың 34,4 проценты юғары белемле, ир-егеттәр араһында – 21,8 проценты.
Студенттар араһында ла ҡыҙҙар күберәк. Мәҫәлән: юғары уҡыу йорттарында – 54,2 процент, урта звено белгестәрен әҙерләүсе белем биреү ойошмаларында – 48,2 процент. Һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад һәм идара итеү, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, хеҙмәтләндереү өлкәһе белгеслектәре буйынса белем алыусы студенттар араһында ла гүзәл заттар өҫтөнлөк итә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"