«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың ғинуар-апрелендә республикала 15,2 меңдән күберәк сабый донъяға килгән. Был һан уҙған йылғынан аҙыраҡ, былтыр ошо уҡ осорҙа 616 балаға күберәк тыуған. Белгестәр тыуым кимәленең төшөүен бала табыу йәшендәге ҡатындарҙың кәмеүе һәм юғары социаль яуаплылыҡ менән аңлата.
Шуға ҡарамаҫтан, Илдар Фәтҡуллин хеҙмәт ойоштороусыларын йөклө ҡатындарҙың һәм яңы тыуған сабыйҙарҙың маршрутизацияһын башҡарырға, ҡарындағы бала үҫешендә тыумыштан килгән ауырыуҙы ваҡытында диагностикаларға, клиник кәңәштәрҙе үтәргә саҡырҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда өс кимәлле медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы булдырылған. Беренсе кимәлдә – 42, икенселә – 17 һәм өсөнсөлә 4 бүлексә эшләй. Республика һәм 10 район-ара перинаталь үҙәгенең, ике бала табыу йортоноң, 35 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының эше ойошторолған.