Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2018, 17:07

Дауалауға ҡарағанда, киҫәтеү еңелерәк

Санкцияланмаған сауҙа урындарында ҡош-ҡорт итен һәм йомортҡа һатып алмағыҙ

БР ветеренария идараһы ағымдағы йылдың июнь айында Пенза өлкәһендә ҡош киҙеүе вирусы ҡабынып китеүе тураһында район ветеренар станцияларына ҡат-ҡат иҫтәренә төшөрөп һәм киҫәтеп торҙо. Беҙгә республикаға эре партиялар “классик фарш” керетелә. Башҡорт фәнни производство ветеринария лабораторияһы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса республиканыү өс районында А төрҙәге ҡош киҙеүе вирусының генетик материалы асыҡланды. Беҙ әлеге етештереүсенең продукцяиһын һатыуҙы асыҡлау һәм уны булдырмау буйынса аралар күрергә тейеш. Күрһәтелгән продукцияны асыҡлаған хәлдә, уны индереүгә юл ҡуймау буйынса һәм беҙҙең контроль аҫтында булған территорияларҙа ҡош киҙеүен булдырмау буйынса саралар ҡабул ителергә тейеш.

Теләһә ҡайһы айыҡ фекерләүсе кеше дауалауға ҡарағанда, киҫәтеүе еңелерәк икәнен яҡшы аңлай. Бының өсөн беҙ РФ-ның күрһәтелгән имен булмаған төбәктәренән ҡошсолоҡтоң сәнәғәт булмаған продукцияһына мониториг (керетелгән булыуы) үткәрәбеҙ. Тәү сиратта, етештереү урындарынан ветеринария документтарына иғтибар итергә кәрәк һәм килеп сығыуы билдәһеҙ булған фарш һәм ҡош-ҡорт итен һатып алмаҫҡа кәрәк. Продукция төргәгендә етештереүҙең атамаһын ҡарап, беҙҙең республика етештергән аҙыҡ-түлекте һатып алырға кәрәк.

Ҡош киҙеүе – вирус барлыҡҡа килтереүсе йоғошло ауырыу. Ауырыған ҡош-ҡортта хәлһе:лек, әйләнә-тирәләгеләргә реакция булмауы, ғәҙәти булмаған

хәл-торош күҙәтелә. Сир йоҡтормаҫ өсөн санкцияланмаған сауҙа урындарында ҡош-ҡорт ите һәм йомортҡа һатып алмағыҙ. Һәм бер ҡасан да сит өлкәләрҙән һәм республикаларҙан теркәлгән документтары булмаған ерҙән тере ҡош-ҡорт, айырыуса себештәр һатып алмағыҙ.

Радмир ФАЙЗУХАНОВ,

Бишбүләк райветстанция начальнигы.
Читайте нас: