Кандидаттарҙың исемлеге йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән. Берҙәм һайлау округы буйынса дөйөм республика исемлеген төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Шулай уҡ тәүге өсәүгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана Савченко һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ингән.
Төбәк төркөмөндә тағы 165 кеше, шул рәүешле исемлектә 168 кандидат иҫәпләнә. Тағы 55 кеше бер мандатлы һайлау округы буйынса тәҡдим ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндә Башҡортостанда депутаттар һайлауға тәҡдим итеү өсөн партиянан кандидаттарҙы билдәләү буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы алдан тауыш биреү уҙғарҙы. Төбәктең закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ буйынса, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.