Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2018, 17:55

Бөрйән районындағы йылы осрашыу

Июнь аҙағында хозур тәбиғәте менән күптәрҙе һоҡландырған Бөрйән районына саҡырыу алдыҡ. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында әленән-әле ҡорға йыйылған ағинәйҙәр был юлы республикабыҙҙың иң алыҫ төбәгенә йыйылды. Иҫке Собханғолға төрлө төбәктән делегациялар килгәйне, беҙ ҙә, Бишбүләк районы ағинәйҙәре, уларға ҡушылдыҡ.

Инсебикә ҡаяһы янында.
Инсебикә ҡаяһы янында.
“Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының республика кимәлендә үткәрелгән йыйыны район үҙәгенең мәҙәниәт һарайында үтте. БР мосолмандары диниә назаратының Бөрйән районы буйынса мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт фатиха биргәндән һуң, залдағыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов ҡотлап, ағинәйҙәрҙең бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә мөһим роль уйнауын билдәләп үтте. Артабан республика ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева һәммәһен дә сәләмләп, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Бындай сараларҙан ситтә ҡалмаған Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы әле лә тел, мәғариф мәсьәләһенә бәйле проблемаларҙы телгә алды. Хөрмәтле ағинәйҙәребеҙҙең береһе – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының сығышын алҡыштар менән оҙаттылар.

Сәхнә түренә урындағы ағинәйҙәр күтәрелде. Улар халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлөн тергеҙеп, ошо юҫыҡта эш йәйелдереп ебәргән. Ҡорама ҡороуҙы заман кәсебенә әйләндергән бөрйәндәрҙән өлгө алырға була. Башҡорт википидияһы һәм “Бөрйән порталы” буйынса ҙур эш башҡарған Көнһылыу Ҡотлобаеваның сығышы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Элек-электән таланттарға бай бөрйәндәр әле иһә килгән ҡунаҡтарға “Һитә балын ҡойоу”, “Тула баҫыу”, “Ҡаралты ҡағыу” кеүек йолаларҙы күрһәтте.

Был көндө түшелдеректәрендәге мәрйендәре йылтырап, сулпылары сыңлап торған милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар мәҙәниәт һарайының фойеһында ҡуйылған ҡорама әйберҙәр менән танышты, кейеҙ баҫыусыларҙың эшен күҙәтте, бөрйән оҫталарының сувенирҙарын һатып алды.

Мәртәбәле йыйын “Ағинәйҙәр” (Ф. Ҡотлогилдина һүҙҙәре, М.Солтанова көйө) йырын башҡарыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән милләттәштәр, бер килгәс тип, әллә ни йыраҡ та ҡалмаған Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тотто, ә беҙҙең төркөм Инсебикә ҡаяһы янында туҡталды...

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.
Читайте нас: