Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2018, 21:23

Һәр ваҡыт күҙ алдында

Ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса райпоның иң яҡшы һатыусыларының береһе - Дим ауылынан Гөлфирә Бәҙретдинова

Район ҡулланыусылар кооперацияһы һәр ваҡыт ихас күңелдән тырышып эшләүсе, намыҫлы һәм үҙ һөнәрҙәренә тоғро һатыусыларға таянырға тырышҡан. Уҙған йыл аҙағында Дим ауылы “Тулҡын” магазины һатыусыһы Гөлфирә Мәғсүм ҡыҙы Бәҙретдинова хаҡлы ялға сыҡҡан, әммә уға үҙенең эш урынын оҙаҡҡа ҡалдырырға тура килмәй. Уны ҡабат өйрәнгән эшенә саҡыралар.

- Ҙур ауыл магазины Гөлфирә Мәғсүм ҡыҙы киткәс, бөтөнләй эшләүҙән туҡтаны тиерлек. Дим ауылы халҡынан һатыу эшен йәнләндереүҙе үтенеп, шылтыратыуҙар яуа башланы, - ти райпоның кадрҙар бүлеге начальнигы Асия Нәғимова. – Мин үҙем шәхсән торлаҡ пунктын әйләнеп сыҡтым, ләкин ҡулай кандидатура тапманым. Шуға ла Гөлфирә Бәҙретдинованы кире өгөтләргә тура килде һәм был ҡарар дөрөҫ булып сыҡты. Үҙегеҙ уйлап ҡарғыҙ. Әгәр магазин буйынса тауар әйләнеше былтыр 1 млн. 192 һум булһа, был йылдың биш айы эсендә тауар әйләнеше инде 1 млн. 595 мең һумдан артты. Әлеге күрһәткес алдан ҡаралған пландан 116.4 процент тәшкил итте.

Оҙайлы хеҙмәт йылдарында Гөлфирә Бәҙретдиноваға һатыусы ла, склад мөдире лә, яғыулыҡ-майлау станцияһы заправкалаусыһы ла, лаборант та булып эшләргә тура килә. Тәртип яратҡан һәм тыйнаҡ ханымды эш һөйөүсәнлек, ҡушылғанды ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуы айырып тора. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә магазин эсендә ремонт та яһаған, интерьерҙы ла тулыһынса үҙгәрткән.

- Төрлө һынап ҡараған һөнәрҙәр араһынан иң оҡшағаны һатыусы эше тип иҫәпләйем, сөнки миңә кешеләр менән эшләүе оҡшай. Магазин ул – минең урыным. Бында ҡасабаның өлкән йәштәгеләре бер-береһе менән аралаша, сауҙа нөктәһе улар өсөн үҙ проблемалары менән уртаҡлашыу һәм һуңғы хәбәрҙәр менән танышыу мөмкинлеге лә, - ти Гөлфирә Мәҡсүм ҡыҙы. –Магазиндың уңайлы һәм ауылда йәшәүселәрҙе йәлеп итерлек булыуын теләйем. Эстә тауар кәштәләрен һәм стеллаждарҙы урындарынан күсерҙем инде, ишек алдында иһә тупһаны үҙгәртергә кәрәк булыр. Баҫҡыстар өлкән йәштәгеләр өсөн бигүк уңайлы түгел. Планда – иҫке тәҙрәләрҙе яңыға алыштырыу.

Дим халҡы магазиндағы үҙгәрештәрҙе шундуҡ күргән. Бында һәр тауар күренеп тора. Трикотаж әйберҙәр һәм хужалыҡ тауарҙары өсөн айырым бүлем барлыҡҡа килгән. Яңылыҡ тип магазинда үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүҙе атарға мөмкин.

- Хәҙер беҙ сельпо магазинын бәләкәй супермаркет дип атайбыҙ, - тип әңгәмәгә ҡушыла Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәренә идара итеүсе Алия Бикташева. – Бында тауар ассортименты күп, шуның өсөн һорау ҙа етерлек. Мин ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләйем һәм Гөлфирә Бәҙретдинованы яҡшы беләм. Ул яуаплы хеҙмәткәр, изге күңеллелеге һәм итәғәтлелеге менән айырылып тора. Һатып алыусылар уны бик ярата. Ул актив йәмәғәт эшмәкәре, биш йыл участок һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләне. Ире Ринат Тимерғәли улы менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ирле-ҡатынлы Бәҙретдиновтар сәләмәт тормош алып бара һәм волейбол уйнарға ярата.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: