Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2018, 16:49

Автолавка - проблемаларҙы итеү

Күсмә сауҙа итеүҙең уңайлылығын күп кенә тораҡ пунктарында билдәләнеләр: кешеләр бындай хәстәрлек өсөн һөйөнөстәрен йәшермәй

Алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәрҙең күпселеген өллән йәштәгеләр тәшкил итә һәм улар өсөн автофургон килеүе ул – тышҡы донъя менән бәйләнеш. Блы тораҡ пункттарҙа Гүзәл Хәбированы көтөп алалар. Ул билдәләгән график нигеҙендә күсмә сауҙа халыҡты хеҙмәтләндерә. Дүшәмбе көндө автофургонды Пурлыгала, Петровкала (Калинин ауыл Советы), Разыяла, Ҡасим ауылдарында көтәләр. Шишәмбе көндө Антоновка, Юғары Көрмәҙе, Ибрайкин, Пчельник ауылдарына, шаршамбыла – Игнашкин, Петровка (Ҡушйылға ауыл Советы), Сосновка, Вишневкаға бара. Кесе йома көндө шулай уҡ Исаҡай, Мораҙым, Яңы Бикташ халҡы янына ашыға.

Күсмә сауҙа итеү биш ай элек башланды. Бында беренсе көндән үк һатыусы булып Гүзәл Хәбирова эшләй.

- Беҙҙең автолавка сәғәт 10-да ҡуҙғала. Был ваҡытта икмәктең беренсе партияһы бешә. Һатып алыусыларға һәр ваҡыт яңы бешкән икмәк алып барабыҙ, ит продукцияһын, колбаса, һут, райпо ярымфабрикаттары ла үтемле. Көндәлек һорап алына торған хужалыҡ тауарҙарын да тәҡдим итәбеҙ. Спиртлы эсемлектәрҙән тыш, барыһы ла бар, - ти һатыусы Гүзәл Хәбирова.

Тәғәйенләнгән тораҡ пунктына тауарҙарҙы алып барып еткереү өсөн водителдәр Иван Козлов менән Алексей Андреев яуаплы.

- Күсмә сауҙаны ойошторғандары бик яҡшы. Беҙ сикһеҙ шатбыҙ. Беҙ, өлкәндәр өсөн был бик тә кәрәк. Ауыл бәләкәй. Магазин юҡ, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашп Ҡушйылға ауыл Советынан Петровка ауылында йәшәүсе 84 йәшлек Раиса Михайловна Ковальцева. – Беҙ машинаны үҙебеҙҙең янда туҡтатабыҙ. Әллә ҡайҙа йыраҡҡа барырға кәрәкмәй. Бик уңайлы. Ҙур рәхмәт.

Гүзәл Васильевна һатып алыусыларҙың һорауҙарын иҫтә тотоп, заказдарҙы әҙерләй. Прайс-лист менән танышып, төрлө фирма һәм етештереүселәрҙең продукттарына хаҡтарҙы сағыштарып, заказ бирә. Улар араһында күптән инде тығыҙ бәйләнеш булдырылған, тауар менән даими тәьмин итеп тороусылар бар. Технология заманында барыһы ла компьютер ярҙамында хәл ителә.

- Заказ биргәндә, иң тәүҙә хаҡтарҙы сағыштырам. Әлбиттә, түбәнерәк хаҡтар буйынса заказ яһайбыҙ. – тип таныштыра эш үҙенсәлеге менән Гүзәл Хәбирова.

Марина Яковлева
Читайте нас: