Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2018, 16:46

Һыу ҡойонған өсөн хаҡ алыу – законһыҙ

Граждандарҙың һыу объеттарына тотҡарлыҡһыҙ барыу буйынса саралар ҡабул ителде

- Эҫе һауа торошо барлыҡ тереклектең йәшәү сығанағы булған һыу янына барырға мәжбүр итә: быуа, йылға һәм һыулыҡтар кесе йәштәгеләрҙән алып өлкән һыу ҡойоноусыларҙы ла үҙенә йәлеп итә, - ти БР Экология минитсрлығы Туймазы территориаль комитетытың әйҙәүсе белгес-эксперты Геннадий Макеев. – Һыуҙа хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкә торорға икәнлекте әйтеп тормаһаҡ та була, әммә ысынбарлыҡта милек хоҡуғын асыҡлау һәм ҡойонған өсөн нигеҙһеҙ аҡса алыу арҡаһында һыу объекттары янына барыуҙы сикләү кеүек проблемалар ҙа бар.

Һыу ҡойоноу сезоны башланыу менән Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау төбәк-ара прокуратураһы дөйөм ҡуллынышта булған һыу объекттарына һәм уның яр буйы полосаһына сикләүҙәрһеҙ барыуҙы тәьмин итеү буйынса саралар ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ул РФ Һыу кодексының 6 статьяһы 8 пунктына ярашлы гарантиялана. Прокуратура иҫегеҙгә төшөрә, РФ Ер кодексының 6 статьяһы 4 пункутына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль милектә булған, дөйөм ҡулланыуҙағы һыу объектының яр буйы полосаһы сиктәрендә урынлашҡан ер участогын аренда килешеүе граждандарҙың дөйөм ҡулланышта булған һыу объекттарына һәм уның яр буйы полосаһына ирекле барыу тәьмин ителгән шарттарҙа ғына ҡабул ителә.

- Ун көн ваҡыт эсендә районда граждандарҙың күпләп ял итеү урындарын тикшерергә һәм контролдә тоторға кәрәк, һыу объекттарына барыуҙы законһыҙ сикләүҙе, һәм, айырыуса, һыу ҡойонған өсөн аҡса алыуҙы булдармаҫҡа кәрәк, - ти Геннадий Александрович. –“РФ-ла урындағы үҙидара ойошмаларының дөйөм принциптары тураһында” федераль 3 бүлеге тарафынан бүлеге тарафынан закондың урындағы мәьәләләргә бәйле халыҡтың дөйөм ял итеүе өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм ял итеү урындарын ойоштороу индерелгән, бында шулай уҡ граждандар дөйөм ҡулланышта булған һыу объекттарына һәм уларҙың яр буйы полосаларына бер ниндәй ҙә сикләүҙәрһеҙ барыуҙы тәьмин итеү ҙә керә. Закон талаптарын боҙоуҙың һәр факты буйынса һәм шәхси ихтыяждары өсөн һыу объекттарынан бушлай һәм ирекле ҡулланыуҙа граждандарҙың хоҡуҡтарын кире ҡайтарыу буйынса саралар күрәсәкбеҙ.

Владимир Смолов яҙып алды.
Читайте нас: