Бишбүләк ауылынан Виталий Витальевич менән Гөлназ Хәкимулла ҡыҙы Федоровтар ғаиләһендә июнь аҙағын тулҡынланып көткәндәр, сөнки бер йыл элек Бишбүләк райоаны хәрби комиссариаты тарафынан уларҙың улдары Артем сроклы армия хеҙмәтенә саҡырылған була. Бер йыл һиҙелмәй үтеп киткән. Улдары тейешле һалдат хеҙмәтен намыҫ менән үтәгән. Ул инде атаһы менән әсәһенә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан, өйөнә ҡайтыу көнөн һанап ҡкйған, сөнки уның хеҙмәттән бушатылыуы тураһында бойороҡҡа часть командиры ҡул ҡуйған булған инде.
- мә улыбыҙ уның батальон командиры Александр Федеров ебәргән хат тураһында нимә лә әйтмәне. – ти Виталий Федоров. –Үҙенең командирының хәбәре тураһында Артем, моғайын, белмәгәндәр. Без хәрби сафтан 22 июндә алған Рәхмәт хатына шатландыҡ. Уны уҡығас, улыбыҙ өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хисе кисерҙек. Ул беҙҙең берҙән беребеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Эльвира ғаиләһе менән Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй һәм ҡыҙҙары Кристинаны тәрбиәләй.
Артем Федоров Бишбүләк ауылндағы1-әктәпте тамамлағандан һуң Боғорослан нефть колледжында техник-механикка уҡып сыға һәм РФ Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. Йыйылыу пунктынан армияға яңы алыныусыларҙы Йылан ҡалаһына Ҡораллы көстәрҙең Ҡоро ер ғәскәрҙәре уҡыу часына ебәрәләр.
Ярты йылдан техниканы бик яҡшы белгән механик-водителде махсус бүленеш буйынса атаҡлы Академгородок территорияһында урынлашҡан Новосибирск юғары хәрби команда училищеһына ебәрәләр. Беҙҙең яҡташыбыҙ уҡыу процесын тәьмин итеү батальонында механик-водитель вазифаһында хеҙмәт итә.
- Алыҫ981-1983 йылдарҙа мин мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә сержант званиеһында Новосибирскийҙа хеҙмәт иттекм, - тип өҫтәй һалдаттың атаһы. – Себер ҡалаһын үҙемдең бармағым кеүек беләм һәм, 35 йыл үтһә лә. һаман да уға ҡарата йылы хистәр һаҡлайым. Улымдың үҙ хеҙмәттәштәре менән көн һайын атыштар үткәргән, йәш һалдаттарҙы һәм буласаҡ офицерҙарҙы БМП йөрөтөргә өйрәткән армия полигонын да беләм. Артем менән Дәүләкән ҡалаһынан һәм Раевка ҡасабаһынан саҡырылған Башҡортостан егеттәре хеҙмәт иткән.
Батальон командиры Артем Федоров үҙен тырыш һәм тәртипле һалдат итеп күрһәтте, тип яҙған. Ҡатмарлы һәм ҡырыҫ шарттарҙа ла хәрби техникаға идара итеп, бурыстарын еренә еткереп үтәгән.Техниканы бик яратҡан һәм уны даими хәрби әҙерлектә тотҡан. Капитан Александр Федоров үҙ хатында Ватандың ысын яҡлаусыһын бик яҡшы тәрбиәләгәндәре өсөн һалдаттың ата-әсәһенә рәхмәт әйткән һәм тәрән ихтирамын белдергән.
Владимир Смолов, фотоФедоровтарҙың ғаилә архивынан.