Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Июль 2018, 16:10

Балалар майҙансығы күп түгел

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы күберәк мөмкинлектәр бирә

Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашыруға актив ҡушылды. Әле кисә генә әлеге программаға күптәр шикләнеп ҡарай ине. Һәр ваҡыттағыса бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ, тиеүселәр булды хатта. Әммә бөгөн был программа һөҙөмтәләрен күрһәтте инде. Дим ауыл Советы биләмәһе территорияһында ғына һуңғы йылдарҙа әлеге программа сиктәрендә ике ҙур проект тормошҡа ашырылды, өсөнсөһө тормошҡа ашырыла башланы.

- Беҙ ауыл биләмәһенең һәр ауылын иғтибарға алырға тырышабыҙ, - Дим ауыл Советы биләмәһе башлығы Сергей Ходак. – 2016 йылда программаға беренсе тапҡыр ҡушылдыҡ. Дим ауылында иҫке һыу үткәргесте төҙөкләндереү мәсьәләһе киҫкен тора ине. Программаға ярашлы серегән металл торбаларҙы пластикка алыштырҙыҡ. Яңы һыу башняһы һәм һыу үткәргесте баҫымды көйләүсе заманса автоматика урынлаштырылды.

Бөгөн беҙ Боголюбовка ауылы балаларына балалар спорт-уйын майҙансығы асылыу уңайынан байрам ойошторорға уйланыҡ. Ауыл биләмәһе депутаты Сергей Ваченко балаларға туңдырма һәм лимонад һатып алды, волейбол һәм футбол туптары бүләк итте. ауыл Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн уйындар ойошторҙо.

Беҙ ауылдың кесе йәштәге һәм өлкәнерәк балалар ялы өсөн яҡшы шарттар тыуҙырҙыҡ. Тагандар, карусель, турник, һәм әлбиттә, балалар уйын комплексы бар. Өлкәнерәк йәштәге балалар өсөн волейбол сеткаһы һәм мини-футбол өсөн майҙансыҡ урынлаштырылды. Һәм беҙ быларҙың барыһына уртаҡ көстәр менән ирештек. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу проектты төрлө сығанаҡтарҙан үҙ-ара финанслауҙы күҙ уңында тота. Беҙҙә тап шулай килеп сыҡты – 30 мең һумды Боголюбовка ауылы халҡы керетте, 50 мең һумды беҙ ауыл биләмәһе бюджетынан бүлдек һәм 200 мең һумлыҡ төп өлөштө беҙгә республика Хөкүмәте бүлеп бирҙе. Әлбиттә, ауыл халҡының үҙенең теләге булмаһа, майҙансыҡ килеп сыҡмаҫ ине. Башта уны урынлаштырыу буйынса оҙаҡ бәхәсләштек, әммә ауыл старостаһы Сергей Ваченко ойоштороу һәм хужалыҡ эшен үҙ оҫтөнә алды.

Балаларға яҡшылыҡ эшләге килә. Ҙур эш башҡарылды. Ауылдың һәр кешеһе проектҡа ҡулынан килгәнсә. Үҙ өлөшөн керетте. Шәмбе өмәләре үткәрҙек, ҡойма ҡойҙоҡ, ҡорамалдарҙы йыйып урынлаштырҙыҡ. Майҙансыҡты ел һәм туҙандан һаҡлау өсөн 1200 ылыҫлы ағас ултырттыҡ. Балалар майҙансығы эргәһенән у:ып китеүсе автомобилдәргә мөрәжәғәт итергә теләйем, зинһар өсөн, балалар майҙансығы янында тиҙлегегеҙҙе кәметегеҙ, - тип башҡарылған эштәре менән уртаҡлага Сергей Николаевич.

Аҙнай ауылы халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы теләктәшлек күрһәтер һәм уға ҡушылырҙар, тип өмөтләнәм, граждандар йыйынында үҙҙәре урам яҡтыртыу системаһын үҙгәртеп ҡороу теләген белдерҙе, әле халыҡтан аҡса йыйыла һәм программала ҡатнашыуға конкурс документтары әҙерләнә, - ти Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Ходак.
Читайте нас: