Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2018, 10:10

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим итергә ниәтләй. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының пенсия реформаһын тикшереүгә арналған “түңәрәк өҫтәл” ултырышында Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Зариф Байғусҡаров ошо турала белдерҙе.

– Беҙҙең фракция Рәсәй Хөкүмәтенә 2019 йылдан ауыл пенсио­нер­­ҙарына ярҙам күр­һәтеү өсөн махсус ташламалар индереүҙе тәҡдим итмәксе. Атап әйткәндә, пенсияның страховка өлөшөн 25 процентҡа арттырыу, ауыл ерендәге пенсио­нерҙар, шул иҫәптән табиптар, уҡытыусылар өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә льготалар булдырыу хаҡында һүҙ бара. Сөнки, минеңсә, тап улар махсус яҡлауға мохтаж, – тигән фекерҙә парламентарий.

Уның әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” фрак­цияһы Рәсәй Хөкүмәтенә шулай уҡ төбәктәргә эшләмәгән граждандарға пособие түләүгә бүленгән аҡсаны арттырыуҙы тәҡдим итергә ниәтләй.

– Субъекттар был бурысты үҙҙәре генә башҡара алмай. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә федераль ҡаҙнанан ярҙам күрһә­телергә тейеш, – тине Зариф Байғусҡаров.

Әле Башҡортостанда 1,181 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнә. Бер йыл элек улар 1,163 миллиондан ашыу ине.

– Пенсия аҡсаһы йәшәүгә етергә, ул уртаса эш хаҡының кәмендә 40 процентын тәшкил итергә тейеш. Ил буйынса уртаса пенсия – 14 мең һум. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ул кәмендә 20 мең һумға етәсәк, – тине депутат.