«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүгә балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, балаларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫешеүе тураһында тейешле кимәлдә борсолған, уларҙың шәхесен гармониялы үҫтергән, ғаилә һәм бала тәрбиәләү институтын нығытыуҙа өлгө күрһәткән күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Миҙал менән бүләкләүгә һуңғы балаһына бер йәш тулғандан һуң һәм был әсәнең ҡалған балалары иҫән булғанда күрһәтелә. Шулай уҡ әсә кешенең законлы тәртиптә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған; Ватанды һаҡлағанда һәм йәки башҡа хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә, йә иһә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса гражданлыҡ бурысын башҡарғанда һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, шулай уҡ билдәләнгән шарттарҙа яраланып, контузия алып, ғәрипләнеп йәки ауырып йә иһә хеҙмәт ғәриплеге һәм профессиональ ауырыу һөҙөмтәһендә үлгән балалары ла иҫәпкә алына.