М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 9229 пакет документ ҡабул иткәндәр. Иң ҙур конкурс художество-графика факультетында: дизайн, «Мөхит дизайны, График дизайн» йүнәлештәре — бер урынға 22 кеше һәм социаль-гуманитар факультетта: «Иҡтисад һәм идара итеү» йүнәлеше — бында ла бер урынға 22 кеше. Артабан филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты килә: лингвистика, «Тәржемә һәм тәржемә итергә өйрәнеү (инглиз, немец һәм француз телдәре)» — бер урынға 21 кеше һәм тәбиғәт-география факультеты: биология, «Биоэкология», «Генетика» йүнәлештәре — бер урынға 17 кеше; тарихи һәм хоҡуҡи белем институты: педагогик белем биреү, «Йәмғиәтте өйрәнеү һәм һайлау буйынса профиль» — бер урынға 16 кеше һәм «Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» — бер урынға 21 кеше.
Бөгөнгә Башҡорт дәүләт педагогия университетында 130 белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл бюджет урындары һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 66-ға артҡан. Федераль ҡаҙнаның бюджет ассигнованиелары иҫәбенә 1699 урын бүленгән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты — Башҡортостанда педагогик магистратураны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Вузда уңышлы алып барылған онлайн-магистратура теләһә ниндәй урында һәм уңайлы ваҡытта уҡырға мөмкинлек бирә.
Вуздарға конкурс буйынса һайлап алыуҙың киләһе этабы 3 августа уҙа. Был көндә булған бюджет урындарының 80% бүленә. Беренсе этапта ҡатнашыу өсөн 1 августан да һуңға ҡалмайынса һайлаған уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына аттестаттың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ килтерергә кәрәк.
Урындарҙың ҡалған 20% 8 августа икенсе этапта бүленә. Конкурс буйынса һайлап алыуҙа беренсе этапта уҡырға алынмаған һәм 6 августан һуңға ҡалмайынса ҡабул итеү комиссияһына белем тураһында документтың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ тапшырған абитуриенттар ҡатнаша.