«Бөгөнгә республикала ошондай 80 ғаилә булдырылған, уларҙа 84 кеше йәшәй. Йыл аҙағына тиклем оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр һанын 124-кә еткереү ҡаралған», — тип билдәләне Ольга Кабанова ағымдағы йылдың тәүге алты айы йомғаҡтары буйынса Хеҙмәт министрлығы коллегияһы ултырышында.
Уның һүҙҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тәрбиәгә алған 61 ғаиләне тикшергән. Был ғаиләләрҙә 65 оло йәштәге кеше һәм инвалид йәшәй.
«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә төҙөлгән килешеү шарттарын боҙоу осраҡтары асыҡланмаған», — тип өҫтәне ул.