Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2018, 20:32

Мул уңыштың сере ниҙә?

Баҡсасылыҡ – кешенең һаулығын, именлеген тәьмин иткән ауыл хужалығы тармаҡтарының береһе. Башҡортостан бындай өлкә киң йәйелдерелгән төбәктәрҙән алыҫ урынлашҡанлыҡтан, емеш-еләккә ихтыяжды урындағы етештереүселәр ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Ошоға бәйле, республика Хөкүмәте тармаҡты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә.

1926 йылда уҡ Уралда тәүгеләрҙән булып Башҡорт АССР-ы Совнаркомы Топорнинск (Кушнаренко) тәжрибә пунктын ойошторорға ҡарар итә. 1936 йылда ул – Башҡортостан емеш-еләк тәжрибә станцияһы, аҙаҡ тәжрибә баҡсаһы итеп үҙгәртелә. Әле был ойошма “Кушнаренко емеш-еләк культуралары һәм виноград буйынса селекция үҙәге” тип атала һәм Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағына инә.

Заманында махсус ғилми учреждение асыу Көньяҡ Уралдың ярайһы уҡ ҡатмарлы һауа шарттарында емеш-еләк культураларының яңы сорттарын булдырыу, уларҙы тәрбиәләү техно­логияһын ғәмәлгә индереү мөмкин­леген бирә. Селекция эше Башҡорт­остан биләмәһендә үҫерлек, хужалыҡ өсөн ҡулай сорттарҙы асыҡлауҙан, һайлап алыуҙан башлана. Һөҙөмтәлә селекция фонды төҙөлә. Алманың “башкирский красавец”, “сеянец Титовки”, “бузовьязовское” кеүек сорттары республикабыҙҙа ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә әлегә тиклем сәнәғәт сорттарының нигеҙен тәшкил итә. Башҡортостанда ғилми баҡса­сылыҡҡа нигеҙ һалғандар иҫәбендә Лидия һәм Василий Стреляевтар, Раиса Болотина, Александр Егоров, Анна Красноперова һәм башҡалар бар.

Һуңғы йылдарҙа “башкирский изумруд”, “кушнаренковское осеннее”, “бүләк”, “бельфлер башкирский”, “башкирское зимнее” кеүек сорттар селекция ҡаҙаныштарының, ҡара ҡарағат­тың “валовая”, “бобровая” сорттары Рәсәйҙең дүрт төбәге буйынса дәүләт реестрына индерелде. Кры­жовниктың иһә “солнышко” сорты сығарылды.

Республи­кабыҙҙа виноград үҫте­реүҙең үҙ тарихы бар. БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы Лидия Стреляева был культура менән 50 йыл самаһы шөғөлләнә. Уның үҫеү үҙенсәлектәрен өйрәнә, яңы сорттарын сығара. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәйҙең виноград үҫтерелгән төньяҡтағы төбәгенә әүерелә. Республикабыҙҙа культу­раның айырым сорттары мул уңыш бирә, ҡаты һыуыҡтарға бирешмәй. Ҡайһы бер миҙгелдә уңыш гектарынан 100 центнерҙан ашыу тәшкил итә. Лидия Николаевна виноградтың тиҫ­тәнән ашыу сортын сығара.

2000 йылда республикала һәм Рәсәйҙең 12 төбәгендә – “Александр”, “башкирский”, “юбилейный”, ә 2007 йылда “памяти Стреляевой” сорттары селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индерелә.

1982 – 2012 йылдарҙа виноград селекцияһы буйынса эште өлкән ғилми хеҙмәткәр Нина Майстренко алып бара. Әле тикшеренеүҙе ғилми хеҙмәткәр Наталья Старцева дауам итә. Лидия Стреляева сығарған виноград сорттары республикабыҙҙағы ғына түгел, ә Урал, Алтай, Ҡаҙағстан һәм Украи­налағы хужалыҡтарҙа, айырым баҡса­сыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Хәҙер Кушнаренко селекция үҙәген­дәге виноград участкаһында 40-тан ашыу сорт өйрәнелә. Был гибридтар ҡышҡы һалҡындарҙы еңел үткәрә, мул уңыш бирә. Йыл һайын 10 меңдән ашыу үҫенте алына.

Емеш-еләк культураларының яңы сорттарын сығарыу маҡсатында БДУ-ның ботаника кафедраһы менән берлектә эш алып барыла. 2013 йылдан алып үткәрелгән “Кушнаренколағы виноград тәлгәше” байрамы үҙәктең һөҙөмтәле хеҙмәтен, уңыштарын асыҡ сағылдыра.

Ә. СӘХИБГӘРӘЕВ,

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директорының беренсе урынбаҫары.
Читайте нас: