Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2018, 20:28

Республикала 1 сентябрҙә 50 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара

Яҡынса мәғүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы 2018-2019 уҡыу йылында 50 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара, ун беренселәр 19 меңдән күберәк. Республика Мәғариф министрлығында ошондай фараз бирәләр. Былтыр төбәктә 52 мең уҡыусы тәү тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты.

Беренсе класҡа 6,5 йәштәге балалар ҡабул ителә, ләкин һигеҙ йәштән дә һуң түгел.

Яңы уҡыу йылы алдынан бөтә ерҙә лә «Мәктәп йәрминкәләре» ойошторолған. Унда мәктәп кәрәк-яраҡтарын етештереүселәр, китап магазиндары, ҙур сауҙа предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша.

Ата-әсәләр өсөн август — ҙур сығымдар айы. Улар әйтеүенсә, мәктәпкә әҙерләнеү яҡынса 10 мең һумға төшә.

Ләкин ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә мәктәпкә йыйынырға Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған хәйриә акцияһы ярҙам итә.

Халыҡтан һәм предприятиеларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтарын «Ғаилә» район-ара үҙәктәрҙә, шулай уҡ уларҙың республика ҡала-райондарындағы бүлексәләрендә йыялар. Канцелярия тауарҙары, яҙыу, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки тотонолған булһа ла ярай.

Йыйылған канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары август аҙағында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләрҙәге, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла. Был ғаиләләр һәм балалар Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында иҫәптә тора.